Главная » Статьи » Мои статьи |
ЙҮНӘЛЕШ КАТЕГОРИЯҺЫ Субъект, процесс һәм объект араһындағы мөнәсәбәттәрҙе белдереүсе лексик-грамматик категория ҡылым йүнәлеше тип атала. Бындай мөнәсәбәттәр эш, хәрәкәт һәм хәл-тороштоң уларҙы башҡарыусы эйәгә йәки тултырыусыға төрлөсә йүнәлтелгән булыуынан килеп сыға. Мәҫәлән, түбәндәге ике һөйләмде сағыштырып ҡарайыҡ. 1. Был йортто йәш төҙөүселәр һала — процесс субъект тарафынан башҡарыла, эште башҡарыусы һөйләмдең эйәһе функцияһында сығыш яһай. 2. Был йорт йәш төҙөүселәр тарафынан һалына — процесс объектҡа йүнәлтелгән, ул һөйләмдең эйәһе функцияһын башҡара; ә субъект тултырыусы ролен үтәй. Йүнәлеш категорияһы (төп йүнәлештән башҡа төрҙәре) махсус аффикстар ярҙамында яһала, ул бөтә ҡылымдарҙы ла үҙ эсенә ала. һәр ҡылым ниндәйҙер бер йүнәлеш формаһында ҡулланыла, ләкин бөтә ҡылымдар ҙа йүнәлештең һәр төрөндә тора алмаҫҡа мөм-киндәр. Мәҫәлән, йыу ҡылымы йүнәлештең бөтә төрҙәрендә лә тора алһа (йыу, йыу-ын, йыу-ыл, йыу-ыш, йыу-ҙыр), аңла ҡылымы иһә тик өс йүнәлештә генә килә (аңла, аңла-ш, аңла-т). Был күренеш ҡылымдарҙың лексик мәғәнәһенән сығып аңлатыла. Ҡайһы бер ҡылымдар, киреһенсә, бер юлы ике-өс йүнәлеш аффиксы ҡабул итеүе мөмкин, был саҡта уларҙың йүнәлеш формаһы һуңғы аффиксҡа ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән: ин-дер-еш (уртаҡлыҡ йүнәлеше), саб-ыш-тыр-ыл-ды (төшөм йүнәлеше). Үрҙә әйтелгәнсә, ҡылым йүнәлештәре күсемлелек-күсемһеҙлек категорияһы менән яҡындан бәйле. Быны ҡылымдарҙың ошондай үҙенсәлектәре асыҡ күрһәтә: 1) ҡайһы бер йүнәлеш аффикстары күсемлелек-күсемһеҙлек билдәләрен үҙгәртәләр; 2) күсемле ҡылымдар, ғәҙәттә, бөтә йүнәлеш формаларында ла тора алалар; ә күсемһеҙ ҡылымдарҙың күбеһе ҡайтым йүнәлешендә ҡулланыла алмай. Шулай уҡ ҡылым йүнәлешенең, лексик-грамматик категория булараҡ, һүҙьяһалышҡа ла мөнәсәбәте бар. Ҡайһы бер йүнәлеш аффикстары, ваҡыт үтеү менән, ҡылым яһаусы аффикстар составына инеп киткәндәр. Мәҫәлән, ҡылым яһаусы –лан /-лән, -лаш -лэш, -лаштыр / -ләштер, -ландыр I-лэндер аффикстары һүҙ яһаусы -ла һәм йүнәлеш категорияһына ҡараған -н, -ш, -тыр I -тер, -дыр I-дер аффикстарынан формалашҡандар: күркәм-лән, өс-лән; риза-лаш, уртаҡ-лаш;сәхнә-ләштер, хеҙмәт-лән-дер. Башҡорт телендә йүнәлеш категорияһының биш төрө бар: 1) төп йүнәлеш, 2) ҡайтым йүнәлеше, 3) төшөм йүнәлеше, 4) уртаҡлыҡ йүнәлеше, 5) йөкмәтеү йүнәлеше. Төп йүнәлеш. Төп йүнәлеш процестың субъект тарафынан башҡарылыуын белдерә, һәр бер ҡылым төп йүнәлештә тора ала. Төп йүнәлештәге ҡылымдарҙың махсус аффикстары булмай, шунлыҡтан уларҙың мәғәнәләре, нигеҙҙә, ҡылым категорияһының төп мәғәнәһенә тап килә. Мәҫәлән: Шакир иген сәсә, тирмән тота (А. Таһиров). Ерән ат тау түбәненә һалмаҡ ҡына юрта (Н. Мусин). Ҡайтым йүнәлеше. Ҡайтым йүнәлеше процестың субъекттың үҙенә төбәлеүен, әйләнеп ҡайтыуын аңлата. Ҡайтым йүнәлеше нигеҙ ҡылымға -н, -ын I -ен, -он/ - ен аффикстары ҡушылып яһала. Мәҫәлән: Алпамыша йәһәт кенә ҡыры-нып, йыуынып-сайканып ала ла, тимер кейемдәрен кейеп, ҡоралланып тышҡа сыға (әкиәттән). Таҙа ғына йөрө, бысранма! (һ. Дәүләтшина). Ҡайтым йүнәлеше аффиксы -н, ғәҙәттә, күсемле ҡылымға ҡушылып йөрөй һәм уны күсемһеҙ ҡылымға әйләндерә; һөҙөмтәлә субъект менән объект тап киләләр һәм һөйләмдең эйәһе аша белдереләләр (ул кер йыуа - ул йыуына). Үҙенең төп грамматик функцияһынан тыш, ҡайтым йүнәлеше һүҙьяһалышта ла ҡатнаша: а) атлан, әрһеҙлән; б) һоран, уҡын; в) төшөн, күбен. Төшөм йүнәлеше. Төшөм йүнәлеше субъект тарафынан башҡарылған процестың объектҡа йүнәлеүен, төшөүен белдерә; һөҙөмтәлә объект - һөйләмдең грамматик эйәһенә, ә реаль субъект тултырыусыға әйләнә (Доклад студент тарафынан һөйләнде). Төшәм йүнәлеше нигеҙ ҡылымға -л, -ыл I -ел, -ол I -әл һәм -н, -ын I-ен, -он I -өн аффикстары ҡушылыу юлы менән яһала. Әгәр ҡылым нигеҙендә [л] өнө була икән, төшөм йүнәлеше -н аффиксы менән яһала, башҡа осраҡтарҙа -л аффиксы ҡулланыла. Миҫалдар: Шундай һүҙҙәр арҡаһында мәжлес оҙаҡҡа һуҙылды, аштан һуң бер нисә самауыр сәй эселде (М. Ғафури). Тыуған ер. һинең турала күпме йыр йырланған, күпме маҡтау һүҙе әйтелгән (Ә. Вахитов). Музейҙың тирә-яғы штакетник менән кәртәләп алынды, буялды, клумбалар эшләнде, сәскә һауыттары ултыртылды («Совет Башҡортостаны»). Төшөм йүнәлеше бөтә төр күсемле һәм күсемһеҙ ҡылымдарҙан да яһала ала. Йыш ҡына төшөм йүнәлеше формалары нигеҙ ҡылымдың лексик мәғәнәһен үҙгәртәләр һәм яңы мәғәнә төҫмөрҙәре ҡабул итәләр: айырыл, боҙол, һуғыл. Уртаҡлыҡ йүнәлеше. Уртаҡлыҡ йүнәлеше процестың бер нисә субъект тарафынан бергәләп башҡарылыуын аңлата. Уртаҡлыҡ йүнәлеше күсемле һәм күсемһеҙ ҡылымдарҙан -ш, -ыш I -еш, -ош I -өш аффиксы ярҙамында яһала. Мәҫәлән: һөйләшеү - һынашыу (мәҡәл). Уның оло улы Мәғәфүр, атаһына ҡаршы сығып, ат туғарышты (Ж. Кейекбаев). Ҡайҙалыр, ямғыр яуыуын теләп, ҡара ҡарғалар ҡарҡылдаша, үлән араһына боҫҡан сиңерткәләр серелдәшә (Я.Хамматов). Уртаҡлыҡ йүнәлеше айырым осраҡтарҙа һүҙьяһалыш функцияһын да үтәп йөрөй ала: а) булыш, килеш, яраш; б) дуҫлаш. иҫәнләш һ. б. -ш аффиксы ҡушылып яңы мәғәнәле ҡылым яһалғанда, ғәҙәттә, күсемле ҡылымдар күсемһеҙ ҡылымға әйләнәлер Сағыштырығыҙ: Ул һеңлеһенә доклад- яҙыша (уртаҡлыҡ йүнәлеше, күсемле)—-Ул кистәрен яҙышып ултыра (яңы мәғәнәле ҡылым, күсемһеҙ). Йөкмәтеү йүнәлеше. Йөкмәтеү йүнәлеше процесты башҡарыуҙы икенсе бер субъектҡа йөкмәтеүҙе, ҡушыуҙы белдерә. Эште утәргә ҡушыусы беренсе субъект һөйләмдең эйәһе, ә уны башҡарыусы икенсе субъект тултырыусы булып йөрөй (Ул сәғәтен мастерҙан ремонтлатты). Ҡайһы саҡта икенсе субъект һөйләмдә күрһәтелмәҫкә ло мөмкин (Ул сәғәтен ремонтлатты). Йөкмәтеү йүнәлеше -т; -дыр I -дер, -дор I -дөр, -тыр I -тер, -тор I -төр, -ҙыр I -ҙер, -ҙор I -ҙөр; -кыр I -кер, -кар I кәр; -ғыҙ I -геҙ; -ыҙ I -еҙ; -ар I -эр, -ыр I -ер, -ор I -өр; -һат I -һәт аффикстары менән яһала; уларҙан-т һәм -дыр (фонетик варианттары менән) продуктив һаналалар, ҡалғандары һирәк ҡулланыла. Миҫалдар: Мөхәббәт таш ярҙырта (мәҡәл). Шулай итеп теге ҡыҙҙың тамағын туйғыҙған (әкиәттән). Унда һөрөлгән кешеләрҙе тик кенә яткырмайҙар, уларҙы эшләтәләр (Ғ. Хәйри). Йыш ҡына бер үк ҡылымға бер юлы бер нисә йөкмәтеү йунәлеше аффиксы ҡушылып килергә мөмкин: Өҫтәүенә, теге диләнкәләрҙе ваҡытында таҙартмаған өсөн, акт төҙөп, штраф һалдыртасакмын (Н. Мусин). Директор, үҙенең һүҙен дөрөҫләттерергә теләгәндәй, уға өндәште (Ә. Вахитов). Йөкмәтеү йүнәлештәре аффикстары ҡушылғанда, күсемһеҙ ҡылымдар регуляр рәүештә күсемле ҡылымдарға әйләнә (йөрөт, сығар, үҫтер, үпкәләт, шаҡылдат), күсемле ҡылымдар үҙҙәренең грамматик билдәләрен үҙгәртмәйҙәр (ҡаҙҙыр, иҫәпләт, тыңлат). Ваҡыт үтеү менән, ҡайһы бер йөкмәтеү йүнәлеше формалары яңы лексик мәғәнәләр ҡабул итергә мөмкин: бушат, йөҙәт, яраш.
КҮЛӘМ КАТЕГОРИЯҺЫ Пространство һәм ваҡыт эсендә процестың башҡарылыу характерын белдереүсе лексик-грамматик категория күләм категорияһы тип атала. Нигеҙ ҡылымдар күләм мәғәнәһен аңлатмайҙар. Күләм мәғәнәһе түбәндәге юлдар менән белдерелә: I) морфологик юл: а) ҡылым нигеҙенә махсус аффикстар ҡушыу ярҙамында (бар-ғыла, уҡы-штыр); б) ҡылым формаларын парлау юлы менән (һөйләй-һөйләй); 2) синтаксик юл: а) уҙ аллы ҡылым формаларына ярҙамсы ҡылымдар эйәреп килеү ярҙамында; б) үҙ аллы ҡылым формаларының ҡабатланып килеүе менән. Күләм категорияһының мәғәнә оттеноктары бик күп төрлө; ул процестың башынан алып аҙағына тиклем ниндәй характерҙа барыуын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ошонан сығып, башҡорт телендәге күләм формаларын түбәндәге төркөмдәргә бүлеп ҡарарға була. 1. Эш-хәрәкәттең көсәйеүен, артыуын йә кәмеүен белдереүсе күләм формалары. Эш, хәл-торош һәм хәрәкәттең көсәйеүен, күләме һәм һаны артыуын йә кәмеүен, шулай уҡ эшләнеп бөтмәүен йәки аҙағы яҡынлашыуын белдереп йөрөүсе күләм формалары морфологик һәм синтаксик юл менән яһала. -ңкыра I -ңкерә, -ыңкыра I -еңкерә, -оңкора I -өңкөрә аффиксы менән яһалған күләм формалары процестың интенсивлығын, йәғни көсәйеүен, күләме артыуын белдерә: Хирург күҙҙәрен йомоңҡораны (Й. Солтанов). Беҙ артабан һүҙ ялғай алмай аптыраң-ҡырап торҙоҡ (М. Әбсәләмов). -мһыра I -мһерэ аффикслы ҡылымдар процесс күләменең аҙайыуын, кәмеүен аңлата: Егет көлөмһөрәргә итеп ҡараны (3. Ураҡсин). -ырак I -ерәк, -орак / -өрәк аффиксы, -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, эш-хәрәкәттең күләме арта төшөүен белдерә: Аптырабырак ҡалды, кинәт уңайһыҙланды Тимур (Й. Солтанов). Быйылғы яҙ һуңлабырак килде... (Г.Юнысова). Был күләм ҡылымдарының аналитик төрҙәре хәл ҡылымдың -а! -ә! -й аффикслы формаһына төш ярҙамсы ҡылымы, ә -п аффикслы формаһына кил, бар ярҙамсы ҡылымдары ҡушылып яһала һәм эш-хәрәкәттең арта төшөүен, аҙағы яҡынлашыуын, ләкин эшләнеп бөтмәүен белдереп килә: һарғайып бара, бешеп бара; үҫеп килә, ҡыҙарып килә; Фатима, тороп, һүнеп барған лампаны яҡтырта төштө (Ғ. Хәйри); Ҡарт бер аҙ тыныслана төштө (Ә. Вахитов). 2. Эш-хәрәкәттең башланыуын белдереүсе күләм формалары. Эш, хәл-хәрәкәттең төрлө шарттарҙа башланыу характерын белдереүсе ҡылым күләмдәре үҙ аллы ҡылым формаларына ярҙамсы ҡылымдар эйәреп килеү юлы менән яһала: 1) -рға аффикслы инфинитив тотон, кереш, тор ярҙамсы ҡылымдары менән килә: китергә тора, ҡуҙғалырға тора; Был егет тағы ла төрлө уйынға өйрәнергә тотона (әкиәттән); Шул ерҙә ул, сабып йөрөп, егетте эҙләргә керешә... (әкиәттән); 2) -а I-ә I-й аффикслы хәл ҡылым башла, тор ярҙамсы ҡылымдары менән ҡулланыла: Тышта ел көсәйҙеме, мөрйә нығыраҡ геүләй башланы (һ. Дәүләтшина); Ҡалғандар әҙерәк кенә булһа ла ял итә торор (Ф. Иҫәнғолов); 3) -паффикслы хәл ҡылым ебәр, кит, ҡара ярҙамсы ҡылымдары менән килә: Сара апай, күңеле булып, көлөп ебәрҙе (Ә. Вахитов). 3. Эш-хәрәкәттең дауамлылығын белдереүсе күләм формалары. Оҙайлы эш, хәл, хәрәкәтте, дауамлылыҡты белдереүсе күләм формалары түбәндәгесә яһала: 1) -а I -ә I -й аффикслы хәл ҡылымға бир, кил, йөрө, бар, тор ярҙамсы ҡылымдары эйәреп килә: Ятһаң, ята бирәһең;торһаң, бара бирәһең (мәҡәл). Көндәр шулай үтә торҙо, ә улар Сулман кисеүенә якыная барҙы (К. Мәргән). Яҙмыш минең баштан һыйпаманы, әленән-әле ҡаты шартына күндерә килде (Р. Сафин); 2)-п аффикслы хәл ҡылым йөрө, тор, ят, ултыр ярҙамсы ҡылымдары менән килә: укып ята, яҙып ултыра; Тап урталыҡта, ҡупшы башын юғары, сөйөп, ап-аҡ болан баҫып тора (Н. Мусин). Мин дә барып йөрөнөм (Ә. Вахитов); 3) -у аффикслы исем ҡылым формаһының бул ярҙамсы ҡылымы менән килеүе: ...Мөхәмәтулла бабай ҡыҙыбыраҡ үҙенекен яҡлауында булды (Ә. Вахитов); 4) үҙ аллы ҡылым формаларын парлау юлы менән: Ята-ята таш та сатнай (мәҡәл). Йөктәребеҙ ауырайған-дан-ауырая барҙы; 5) да-дә, та-тә, ҙа-ҙә, ла-лә теркәүестәре менән бәйләнеп килгән үҙ аллы ҡылым формаларын ҡабатлау юлы менән: Атын да ял иттереп, ашатып ала ла һаман бара ла бара, бара ла бара, икән (әкиәттән). Ә Тимер ишетмәй ҙә ишетмәй (Б. Бикбай). 4. Эш-хәрәкәттең ҡабатланыуын белдереүсе күләм формалары. Был төр күләм формалары даими рәүештә йәки өҙөк-өҙөк ҡабатланып торған, йә булмаһа һирәкләп, арлы-бирле генә башҡарылған эш, хәл, хәрәкәттәрҙе аңлата. Улар морфологик һәм синтаксик юлдар менән яһала. Морфологик юл менән яһалыуҙа түбәндәге аффикстар ҡулланыла: 1) -ғыла I -гелә, -ғола I -гөлә: Ул балта алды ла кәртә-ҡура тирәһендә ҡағырын-ҡаҡҡылап, һуғырын-һуҡҡылап йөрөнө (Ф. Иҫәнғолов). Ҡушғәли ағай ҡурайын улай-былай әйләндергеләй, өргөләй (М. Әбсәләмов); 2) -штыр I -штер, -штор I -штөр; Коридорҙа йөрөштөрҙө (Й. Солтанов). Әле булһа йорт, баҡса тирәһендә эшләттереп йөрөй («Совет Башҡортостаны»), -ғыла һәм -штыр аффикстары ҡылым нигеҙенә бер юлы ҡушылып та йөрөй алалар: әйткеләштер, барғылаштыр; 3) -ҡысла I -кеслә, ҡосла I -көслә: тарткысла, эткеслә, тоткосла, төрткөслә; 4) -ҡла I -клә: ятакла, һөйрәклә. 5. Эш-хәрәкәттең тиҙ арала башҡарылыуын белдереүсе күләм формалары. Эш, хәл, хәрәкәттең бер тапҡыр ғына йәки аҙ ваҡыт эсендә башҡарылыуын белдереүсе был күләм формалары түбәндәге юлдар- менән яһала: 1) -а / -ә I -й аффикслы хәл ҡылым менән һал, ҡуй ярҙамсы ҡылымдары берләшмәһенән: Ерәнсә батыр бабайҙан һорай куя (әкиәттән). Сәғит ағай ҡапыл ғына яуап бирә һалманы (Ә. Чаныш); 2) -п аффикслы хәл ҡылым менән ал, бир,ташла, ҡуй, ҡал, һал ярҙамсы ҡылымдарынан: ашап ал, уйнап ал; һөйләп бир, һанап бир; көрәп ташла, сәсеп ташла; Бейегәндә һаҡалдары, сулпыларының сылтырағаны ишетелеп ҡала (Ж- Кейекбаев). Рафиҡ ҡапыл ғына әйтеп куйҙы (Ә. Вахитов). Көтмәгәндә Курск тирәһендә ҙур һөжүм әҙерләнеүен әйтеп һала («Ағиҙел»); 3) да I дә, ҙа I ҙә, та!тә, ла Iлә киҫәксәләре менән үҙ-ара бәйләнеп йөрөгән ҡылым формаларынан: һанай батыр ҡайтып, ҡылды һыҙғыртҡан икән, һағыҙаҡҡа әйләнгән дә ҡуйған (әкиәттән). Беҙ ауылға тор ҙа сап! (Р. Ғарипов). Ниәтемде әйттем дә бирҙем (3. Ураҡсин);4) у аффикслы исем ҡылым менән бул ярҙамсы ҡылымы берләшмәһенән: Шунан Ҡуҙыйкүрпәс Күк толпарҙың теҙгенен ҡағып ебәреүе булды, Күк толпарҙың метр, осортоп алып китеүе булды, ти (әкиәттән). 6. Эш-хәрәкәттең, хәлдең башҡарылмай ҡалыуын йәки һирәк-һаяҡ, ярты-йорто ғына эшләнеүен белдереүсе күләм формалары. Күләм категорияһының был төрө түбәндәге ҡылым формаларынан тора: 1) -а I -э I -й аффикслы хәл ҡылымы менән яҙ ярҙамсы ҡылымынан: колай яҙҙы, илай яҙҙы; 2) -п аффикслы хәл ҡылымы менән куй, ал ярҙамсы ҡылымдарынан: көлөп ҡуйҙы, йылмайып ҡуя; Йәшлегем әрәм уҙмаған минең, балаларыма мираҫҡа минең намыҫым ҡала, тип ҡыуанып та алғылайым (Т. Сәғитов); 3) –ған, - дай аффикслы үҙ аллы ҡылым менән ит, бул ярҙамсы ҡылымдарынан: Турайып баҫҡас Мөбәрәкте күрҙе лә тәүҙә аптырағандай итте (Н. Мусин). 7, Эш-хәрәкәттең тамамланыуын белдереүсе күләм формалары күләм категорияһының эш, хәл, хәрәкәттең тамамланыуын, тулыһынса эшләнеп бөтәүен белдереүсе формалары -п аффикслы хәл ҡылым менән бөт, сык, ет, ҡал ярҙамсы ҡылымдарынан яһала: уҡып сыҡ, һөйләп сыҡ; барып ет, ҡайтып ет, бушап ҡалған, таҙарып ҡала; Баҫыуҙағы игендәр урылып, күптән ырҙындарға ташылып бөттө (М. Ғафури).
| |
Просмотров: 4401 | |
Всего комментариев: 0 | |