ҺАН

һан үҙ аллы һүҙ төркөмө булараҡ предметтарҙың, әйберҙәрҙең һан яғынан булған билдәһен белдерә, һандар предметтарҙың конкрет һанын, иҫәбен (биш өҫтәл, егерме кеше, ике йөҙ студент, бер мил­лион халыҡ), уларҙың һаналыу тәртибен (беренсе, утыҙ өсөнсө), предметтарҙың һан яғынан самаһын (унлап, ҡырҡлаған), шулай уҡ уларҙың тигеҙ өлөштәргә бүленешен (берәр, иллешәр, меңәр) һәм башҡа мәғәнә төҫмөрҙәрен белдерә, һан һүҙ төркөмө шулай уҡ дөйөмләштерелгән мәғәнәлә лә ҡулланыла (ике икең дүрт була). Иҫәбе яғынан һандар күп түгел, һандарҙың һүҙлек фонды бөтәһе 22 лексик берәмектән тора: бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун, егерме, утыҙ, ҡырҡ, илле, алтмыш, етмеш, һикһән, туҡһан, йөҙ, мең, миллион, миллиард.

Башҡорт телендә һандар, үҙҙәренең семантик йөкмәткеһенә һәм яһалыш ысулдарына ҡарап, түбәндәге төркөмсәләргә бүленә: 1) төп һандар, 2) рәт һандары, 3) бүлем һандары, 4) сама һандары, 5) йыйыу һандары, 6) кәсер һандары.

 

ТӨП ҺАНДАР

Төп һандар, йәғни иҫәп һандары, предметтарҙың теүәл һанын күрһәтә Һәм үҙҙәренең төҙөлөшө йәһәтенән дә, мәғәнәһе яғынан да башҡа һан төркөмсәләре әсән нигеҙ һанала. Төп һан үҙ аллы торған­да, йәғни контекстан башҡа, дөйөмләштерелгән мәғәнә белдерә, «һөйләмдә, башлыса, аныҡлаусы функцияһын үтәй. Исемдәр функцияһында килһә, төп һандар килеш менән үҙгәрә, эйәлек ялғауҙарын ҡабул итә. Һәр төп һандың үҙенсәлекле семантик йөкмәткеһе менән функцияһы бар. Был йәһәттән бер төп һаны айырым урын тота. Берен­се сиратта бер һаны предметтың, әйберҙең берәү булыуын күрһәтә. Мәҫәлән, бер китап, бер ат, бер кеше, бер стакан, бер йыл, бер тәүлек.

Төрки телдәрендә һан һүҙ төркөмөнөң морфологик төҙөлөшөндә һәм ҡулланылышында артыҡ ҙур айырмалар юҡ, уларҙа тик фонетик айырмалар ғына бар. Сағыштырығыҙ:

башҡорт            яҡут                      ҡарасай- балҡар       ҡараим

 

бер                        биир                                  бир                               бир

ике                        икки                                      эки                            эки

өс                         ус                                           юү                            уу

һандар башҡа үҙ аллы һүҙ төркөмдәренән яңы һүҙ яһау һәләтенә эйэ булмауҙары менән айырылып тора.

һандың түбәндәге грамматик категориялары бар: 1) килеш категорияһы. Әйтергә кәрәк, бөтә һан төркөмсәләре лә килеш менән үҙгәрмәй. Килеш категорияһы төп, йыйыу һәм рәт һандарына ғына хас. Мәҫәлән, Хәҙер ҡайһы бер кластарҙа балалар һаны егерменән артмай. Дуртенселэ уҡыусылар мәктәпкә күрше ауылға йөрөйҙәр.

  1. Эйәлек категорияһына йыйыу һандары эйә: берәү берәүе, икәү икәүһе, дүртәүһенең береһе юҡ.

  2. Хәбәрлек категорияһы күпселек һан төркөмсәһенә хас: бишен-сеһемен, унаубыҙ, утыҙлапбыҙ һ. б.

    Төп һандар Һөрмәмдә аныҡлаусы функцияһын да үтәп йөрөйҙәр. Исем функцияһында килгәндә, төп һандар башҡа һөйләм киҫәге функцияһында ҡулланылалар. Миҫалдар: Ырымбур беҙҙең ауылдан 250 саҡрым, самаһы. Беҙ был араны йәйәүләп һигеҙ көндә барып еттек. (Т. Йәнәби.)

    Ауылымдан киткән алтмыш егет, Юғалдығыҙ ҡайһы яҡтарҙа? (Р. Мифтахов.)

    Сабир эшләгән бүлмәлә

    Ике ир, алты бисә,

    Һигеҙ йән көндәр буйына

    Төймәгә төймә сиртә. (Р. Мифтахов.)

    Алтмышыңды... әйтмәҫбеҙҙер, ахыры,

    һин бит һаман йәп-йәш көйөнә,

    Егерме лә юҡ бит үҙеңә. (Р. Мифтахов.)

    Конвойҙы прапорщик етәкләй, уны алтмыш өс һалдат, ун һыбай­лы оҙатып бара. (Ғ. Хөсәйенов.)

    Яратам мин һине күҙәтергә

    Талғаныңда уйға.

    Етмеш бөртөк ҡамыш керпектәрең

    Етмеш уй йыйған.

    Етмеш, һорау төҫлө бөгөлгән нәҡ

    Етмеш керпегең...

    Йырҙағыса һорап алғым килә

    Тик бер бөртөгөн...

    Етмеш керпек теҙелеп бөгөлгән дә

    Етмеш һорау менән —

    Мин бәхетле шул етмеште

    Етмеш юрау менән. (Р. Хисаметдинова.)

    Бер һайынан башҡа һан төркөмсәләре яһала: беренсе, берәү, берәр. Бер төп һанынан төрлө аффикстар ярҙамында алмаштар, рәүештәр һәм сифаттар яһала: берсә, берәй, берҙәй, берҙәм, берҙән, бер аҙ, берҙән-бер, бермә-бер һ. б. Бер төп һаны билдәһеҙлелекте, аныҡһыҙлыҡты йыш белдерә: бер көндө, бер саҡ, бер ваҡыт, бер кеше һ. б. Миҫалдар: Ғүмерендә бер балаһына һуҡмаған был атай ҡыҙының сикәһенә сәпәп ебәрҙе, (һ. Дәүләтшина.) Ҡала урамынан бер те­геләй, бер былай үткән халыҡты ҡарап ултырабыҙ. (Т. Йәнәби.) Борон-борон заманда бер батшалыҡта йәшәгән, ти, бер балыҡсы ҡарт. (Әкиәттән.) Бер ваҡыт бер хан һунарға сыҡҡан, ти. (Әкиәттән.) Борон-борон заманда Урал тауында йәшәгән, ти, бер бабай менән бер әбей. (Әкиәттән.)

    Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә, фольклорҙың башҡа жанрҙарында төп һандарҙың ҡулланылышы, ғөмүмән, бик үҙенсәлекле. Бер нисә миҫал килтерәйек: бер ағастың шаулауы илгә ямғыр килтермәҫ; бер көнгә артҡа ҡалһаң, биш көнлөк эшең ҡалыр; ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ; алты ҡабат ат туйһын, ете ҡабат ир туйһын; һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра; алты йәшәр атҡа менһә, алтмыш йәшәр сәләм бирер; етмештәге лә - сабый, етеләге лә - сабый; туҡһан ауыҙ һүҙең булһа, тубыҡтан төйөнө булһын; бер атҡа ике ҡамыт кейҙермәйҙәр; биш тинлек ҡуян, ун тинлек зыян; ике батшаны бер бүре ашаған; туғыҙ ямауы булһа ла тун булһын; һимеҙҙең аяғы һигеҙ. (Мәҡәлдәр.) Борон-борон заманда бер яуыз батша йәшәгән, ти, уның өс ҡыҙы булған, ти. Борон-борон заманда өс ағай-эне бергә торғандар. Шулай итеп, өс ауыҙ һүҙ арҡаһында ике тапҡыр үлемдән ҡалған. Элекке заманда бер ҡарт йәшәгән, уның өс улы булған. Бер ҡара урман эсендә өй ҡороп, өс юлбаҫар йәшәгән булған, ти. Оморҙаҡ йөрөй торғас, бер байға ялсы булып ингән, ти. Өс көн үткән, ете көн үткән, бай һаман уға бер эш. ҡушмай икән. (Башҡорт халыҡ әкиәттәренән.)

    Ун алты йәш, ун алтын:

    Менер өсөн тай бирҙең,

    Ун ете йәш, йөҙ алтын:

    Атыр өсөн уҡ бирҙең.

    Ун һигеҙ йәш, һум алтын:

    Яурыныма ҡош бирҙең,

    Ун туғыҙ йәш, мең алтын:

    Ҡуйыныма ҡыҙ бирҙең.

    Егерме йәш, йөҙ алтын:

    Билемә ҡылыс таҡтың,

    Егерме биш, биш алтын:

    Башыма аҡыл һалдың.

    Утыҙ, һиңә ун алтын:

    Маҡтанырға ул бирҙең,

    Ҡырҡ, һиңә ҡырҡ алтын:

    Ҡырҡа ҡылыс яһаның.

    Илле, һиңә илле алтын:

    Ил ағаһы яһаның.

    Алтмыш, һиңә ни ҡылдым?

    Аяғыма бау һалдың.

    Етмеш, һиңә ни ҡылдым?

    Яурындағы ҡошто алдың.

    Һикһән, һиңә ни ҡылдым?

    Уртымдағы теште алдың.

    Туҡһан, һиңә ни ҡылдым?

    Башымдағы һушты алдың.

    Йөҙ йәш, һиңә ни ҡылдым?

    Ауыҙҙағы һүҙҙе алдың.

    Йөҙ биш, һиңә ни ҡылдым?

    Маңлайҙағы күҙҙе алдың.

    Йөҙ ун, һиңә ни ҡылдым?

    Бурбайҙағы биҙҙе алдың. (Ҡобайырҙан.)

     

    РӘТ ҺАНДАРЫ

    Рәт һандары предметтарҙың һаналыу тәртибен, уларҙың рәттә урынлашыу урынын белдерә. Был һан төркөмсәләре төп һандарға -ынсы (-енсе, -өнсө, -нсы, -нсе) аффиксы ҡушылып яһала: беренсе урын, икенсе йорт., өсөнсө фатир, ун беренсе кеше, ике мең икенсе йыл. Күренеүенсә, рәт һандары һөйләмдә аныҡлаусы функцияһын үтәй. Әммә исем функцияһында килгәндә, тәртип һандары һөйләмдең башҡа киҫәктәре вазифаһын да башҡаралар. Миҫалдар: 1905 йылдың шауҡымы һуңлабыраҡ булһа ла Аҡселән буйҙарына ла килеп етте. (Б. Бикбай.) Килтергән һыу етмәҫтәй тойолғас, Фатима йүгерә-атлай өсөнсө көйәнтә һыуға киткәйне. (Б. Бикбай.) Батша бер аҡһаҡалдан һорай: «Минең ҡатыным матурлығы яғынан беренсе түгелме икән?» Аҡһаҡал әйткән: «Һинең ҡатының икенсе, берен­сеһе әле тыумаған». (Әкиәттән.)

    Бер баҡсала ике ҡошсоҡ,

    Күктә береһе — иректә,

    Икенсеһе өҙгөләнә —

    Уныһы ситлек эсендә. (Р. Мифтахов.) Беренсе конвой, октябрь айында ойошторола, улар инде өсөнсө аҙна юлдалар. (Ғ. Хөсәйенов.) Икенсеһе тиҙ генә ҡырғыҙ бейҙә­ренә хат яҙырға кәрәк. (Ғ. Хөсәйенов.) Тархан Ялтыҡов һеҙҙе дүртенсе көн көтә. (Ғ. Хөсәйенов.) Һигеҙенсе көнгә сыҡҡас, Ҡолтүбә тағы атын эйәрләтә башланы, ти. (Әкиәттән.)

    Мең туғыҙ йөҙ ун етенсе йыл!.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә, Мең туғыҙ йөҙ ун етене хурлап, Илем минең етем ителә. (Р. Ғарипов.)

    Рәт   һандары   исемләшкәндә   эйәлек   һәм   килеш   категориялары

    менән үҙгәрә.

    Төп. к.                              беренсе              беренсеһе

    Эйәлек, к.               беренёенең              беренсеһенең

    Төбәү. к.            .        беренсегә              беренсеһенә

    Төшөм к.                    беренсене              беренсеһен

    Сығанаҡ к.              беренсенән              беренсеһенән

    Урын-ваҡ. к.              беренселә              беренсеһендә

    Рәт һандарының сығанаҡ килеш формалары һөйләмдә инеш һүҙ функцияһында ҡулланыла: Беренсенән, һин һуңлап килдең, икенсенән, ғәфү үтенмәнең. (С. Агиш.)

    БҮЛЕМ ҺАНДАРЫ

    Бүлем һандары предметтарҙың, әйберҙәрҙең тигеҙ бүленешен күрһәтә. Улар төп һанға -ар/~әр, -шар/-шәр аффикстары ҡушылып яһала: туғыҙар, бишәр, алтышар, етешәр, унар, берәр, иллешәр, йөҙәр, меңәр. Миҫалдар: Көн буйына десятинаһынан ун бишәр йөк төшкән игенде ташый-ташый, Зөлҡәрнәй арманһыҙ булып йығылды. (Ғ. Дәүләтшин.) Өс түрәгә унар аршындан күк буҫтау, бисәләренә тип, һигеҙәр аршин ебәк биреп ҡайтарҙы, (һ. Дәүләтшина.)

    САМА ҺАНДАРЫ

    Сама һандары предметтарҙың, әйберҙәрҙең һанын, иҫәбен сама менән яҡынса белдерә. Сама һандары хәҙерге башҡорт телендә бер нисә юл (сара) менән яһала:

    1) Морфологик сара, йәғни аффиксация юлы менән: а) төп һан­дарға -лап/-ләп.аффикстары ҡушыла: һигеҙләп һалдат килгән, алт­мышлап кеше булды; б) -лаған, -ләгән аффиксы ҡушыла: утыҙлаған аты, егермеләгән һыйыры бар.

    2} Синтаксик саралар ярҙамында байтаҡ сама һандары яһала: а) ике төп һан үҙ-ара теҙмә юл менән эргәләш килә: бер-ике көн, ун-егерме һум, өс-дүрт ҡалаҡ, дүрт-биш кеше, ҡырҡ биш-ҡырҡ алты йәш һ. б. Күренеүенсә, сама һандарының был төрөндә беренсе урында торған һан икенсе урында килгәненә ҡарағанда әҙерәк һанды белдерә;

    б) төп, төбәү, сығанаҡ килештәрҙә килгән һандарға тирәһе, са­маһы, яҡын, ашыу, артыҡ һүҙҙәре эйәреү юлы менән: утыҙ тирәһе, илле самаһы, алтмышҡа. яҡын, етмештән ашыу, һикһәндән артыҡ һ. б.

    Был ярҙамсы һүҙҙәр төп һан асыҡлап килгән исемдәргә лә эйәреп килергә мөмкин: утыҙ кеше самаһы,  өс көн тирәһе,  өс йөҙ йылға яҡын һ. б.

    Төп һан күплектә ҡулланылһа, шулай уҡ сама төшөнсәһен бел­дерә: егермеләренән һуң килде, сәғәт биштәрҙә ҡайтты, май урта­ларында ҡар ҙа яуа торған. Миҫалдар: Туҡһан һигеҙ хужаның егерме һигеҙләбе генә тулы ер эйәләре булды. (һ. Дәүләтшина.) Йөҙәрләгән һалдат офицерҙың һүҙен тыңлай. (Д. Юлтый.) Заһиҙә эбей йоҡа ҡағыҙға ике-өс бит тултырып яҙылған хатты алды ла диванға барып ултырҙы. (Н. Мусин.) Йәһәт кенә бер-ике сынаяҡ сәй эсеп алды. ла совхоз контораһына китте. (Н. Мусин.) Башҡортостан тәне ҡара янған Меңәрләгән ҡамсы әҙенән. (Б. Бикбай.,)

    ЙЫЙЫУ ҺАНДАРЫ

    Йыйыу һандары заттарҙы (шәхестәрҙе), предметтарҙы, әйберҙәрҙе бергә йыйыуҙы, төркөмләүҙе белдерә. Йыйыу һандары төп һандарға -ау/-әү аффикстары ҡушылып яһала. Мәҫәлән: берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү, алтау, етәү, унау. Туғыҙ, һигеҙ, егерме, утыҙ, ҡырҡ, илле, алтмыш, етмеш, һикһән, туҡһан төп һандарының йыйыу формаһы булмай.

    Синтаксик планда ҡарағанда, йыйыу һандары аныҡлаусы функ­цияһын үтәмәй. Улар исемләшеп үҙ аллы ҡулланыла, шулай уҡ ҡылым формалары менән грамматик мөнәсәбәткә инә. Берәү йыйыу һаны ара­лашыу процесында бик йыш ҡулланыла. Был йыйыу һаны күрһәтеү, билдәһеҙлек алмаштары функцияһында килә.

    Йыйыу һандарына -лап/-ләп, -лашып/-ләшеп аффикстары ҡушы­лып, рәүеш формалары яһала: өсәүләп, бишәүләп, алтаулап, етәүләп, унаулап; өсәүләшеп, етәүләшеп, унаулашып һ. б. Миҫалдар: Күрше ауылдан ике егет һәм мин өсәүләп Ырымбур яғына йәйәү сығып киттек. (Т. Йәнәби.)

    Өсәүләшеп, ни ҡылырға белмәй Уралдылар минең эргәлә. (Р. Мифтахов.) Бына улар икәүләп һине эҙләп ҡарарға кәңәш бирҙе. (Н. Мусин.) Ир етеп, донъя матурлығына һоҡланып, шул ҡарағайҙар күләгәһендә дүртәүләшеп ултырырға насип булманы үҙҙәренә. (Н. Мусин.) Һин уны шундағы Әмирханов тигән берәүгә күрһәт. (С. Агиш.)

    Икәү бергә йөрөгән туғайҙарҙа

    Таныш ине һәр гөл, һәр һуҡмаҡ. (Р. Мифтахов.)

    Мең тамырлы ағас инегеҙ,

    Өсәүҙән юҡ хәҙер берегеҙ. (Р. Мифтахов.)

    Берәүҙең мең ҡуйы бар, берәүҙең мең уйы бар. (Мәҡәл.)

    КӘСЕР ҺАНДАРЫ

    Кәсер һандары, асылда, төп һандарға ҡарай. Уларҙың ҡулланылы­шы артыҡ киң түгел. Улар предметтарҙың, әйберҙәрҙең конкрет бер өлөшөн белдерәләр. Кәсер һандары мәғәнәһен биреүҙә ярты, ярым, сирек кеүек өлөш мәғәнәһен белдереүсе һүҙҙәр ҙә ҡулланыла: дүрт. ярым, өс сирек, бер ярты, ике ярым, дүрт мең ярым һ. б.

    НУМЕРАТИВ ҺҮҘҘӘР

    Төрки телдәрендә, шул иҫәптән башҡорт телендә, нумератив һүҙҙәр тип йөрөтөлгән һәм предметтарҙы, әйберҙәрҙе һанағанда, уларҙың иҫәбен күрһәткәндә киң ҡулланылған бер төркөм һүҙҙәр бар.

    Нумератив һүҙҙәр беҙҙең телебеҙҙә борондан ҡулланылған тип фараз итергә кәрәк, сөнки был һүҙҙәрҙең абсолют күпселеге төп башҡорт лексикаһына ҡарай. Ғөмүмән, был һүҙҙәр көндәлек тормошта йыш осрай һәм беҙҙең халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, милли традициялары менән тығыҙ бәйләнгән. Мәҫәлән, бер баш ҡорот, биш баш умарта, өс тамсы һыу, дүрт бөртөк мал, өс-дүрт бәйләм киндер, дүрт иле ҡаҙы, ике бау балан, бер буй бүрәнә, биш дана дәфтәр, ике ҡолас ер, бер йотом, һөт, бер йомарлам май, бер киҫәк икмәк, бер семтем тоҙ, егерме саҡрым юл, биш бот иген, бер ҡаҙаҡ шәкәр, өс әсмуха сәй, бер төргәк ситса, өс өйөм утын, бер һыныҡ икмәк, бер телем ҡарбуз, бер услам сәскә, бер ус бойҙай, егерме оя. кәбеҫтә, утыҙ тин аҡса, бер килограмм тоҙ, бер грамм ағыу, бер тонна арыш һ. б.

    Нумератив һүҙҙәр әйберҙәрҙең үлсәмен, күләмен, бөртөклө һәм шыйыҡ предметтарҙың исемдәрен, төрҙәрен, иҫәбен-һанын белдерә.