СИФАТ

Сифат тураһында төшөнсә

Сифат предметтарҙың, әйберҙәрҙең күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың, кешеләрҙең һәм башҡа йән эйәләренең төрлө билдәләрен статик планда белдереүсе һүҙ төркөмө.

Сифат лексик-грамматик мәғәнәһе менән предметтың билдәһен белдерә. Миҫалдар: йылы көн, ғәмһеҙ кеше, ҡара ер, яҡшы таныш, һәйбәт кеше, көҙгө төн, илаҡ бала, көнсөл килен, ярлы тормош.

Синтаксик планда  сифат, ғәҙәттә, аныҡлаусы функцияһын үтәп йөрөй, уның хәбәр вазифаһында ла килеүе мөмкин[1]. Исемләшкән сифаттар һөйләмдә эйә, тултырыусы, хәбәр, аныҡлаусы функцияларында ҡулланыла. Миҫалдар: Алыҫта булһа – яҡындыр, яҡында булһа – ялҡындыр; Аҙғынға эйәрһәң, аҙырһың, тоғро юлдан яҙырһың (Мәҡәлдәр). Ямғыр йыуа япраҡтарҙың һарыларын, йәшелдәрен (М. Кәрим). Әллә кемгә оҡшаған  еңмеш малай бар бит минең, Рәсүлде  әйтәм(Н. Мусин). Йәштәр килһә, эш башлай, ҡарттар килһә, һүҙ башлай (Мәҡәл).

Башҡорт телендә сифаттар үҙҙәренең семантик йөкмәткеһе яғынан бик үҙенсәлекле һәм күп төрлө  сифаттарҙың семантик класификацияһы түбәндәгесә:

  1. Предметтарҙың, әйберҙәрҙең, төрлө күренештәрҙең төҫтәрен белдереүсе сифаттар ныҡ үҫешкән. Мәҫәлән: аҡ буҙ, ала, буҙ, бурыл, ерән, көрән, күк, ҡара, ҡоба, ҡола, ҡуңыр, саптар, сыбар, һары, һоро. Был төп төҫтәрҙән башҡа йәнә аттың төрлө өҫтәлмә төҫмөрлөктәрен белдереүсе ҡушма сифаттары актив ҡулланыла. Миҫалдар: аҡ саптар, алма сыбар, бурыл ҡара, ерәнһыу, күк бүртә, күк тарпан, ҡан ерән, тимер күк, һары туры. Төп төҫмөрҙәре белдереүсе сифаттар нигеҙендәяңы сифаттар ҙа яһала: ҡара-ҡараһыу, аҡ- аҡбуҙ, ал-алһыу, аҡ-аҡһыл, һары – һарыса, күк – тимер күк.

  2. Кешеләрҙең физик, социаль һәм рухи хәлен, характерын, холҡон, тышҡы ҡиәфәтен һәм башҡа сифаттарын белдереүсе сифаттар. Миҫалдар: аҡыллы, зирәк, гүзәл, белемле, тыныс, аҡһаҡ, һаңғырау, бөкөрө, ябыҡ, һимеҙ, ҡарт, культуралы, наҙан, аҡылы, изге.

  3. Хайуандарҙың һәм башҡа йән эйәләренеңтөрлө билдәләрен һәм үҙенсәлектәрен (холҡон, тышҡы ҡиәфәтен һ.б.) белдереүсе сифаттар. Миҫалдар: Һөҙгәк үгеҙ, мөгөҙһөҙ һыйыр, туҡал кәзә, сығынсы ат, аҙғын мал, аҙымлы ат, атар айғыр, арыҡ мал, ябыҡ ат.

  4. Предметтарҙың, әйберҙәрҙең күләмен, формаһын, үлсәмен, бүтән төрлө тышҡы күренештәрен, эске билдәләрен, предметтың урыны буйынса билдәһен белдереүсе сифаттар. Миҫалдар: Ҙур ағастың күләгәһе лә киң (әйтем). Ҡасанан бирле түҙемһҙләнеп көткән ҙур байрам да килеп етте. (Р. Солтангәрәев). Бәләкәй тәгәрмәс алдан тәгәрләй (Мәҡәл). Яҡшы кешеләр ҡулына эләгеүе үҙе үк оло бәхет бит (Б. Ноғоманов). Оло түрә булыуы шәп тә ул, әммә унда һин гел күҙ алдындаһың(Р. Солтангәрәев).

  5. Тәмде белдереүсе сифаттар телдә киң ҡулланыла[2]. Был төркөм сифаттар, башлыса, аҙыҡ-түлектең ниндәй тәмгә эйә булыуын белдерә. Мәҫәлән: тәмле, татлы, тәмһеҙ, әсе, сөсө, тоҙло, тоҙһоҙ, ҡырҡыу, майлы, әскелт, сөскөлтөм, баллы, әсе-сөсө.

  6. Предметтарҙың һәм әйберҙәрҙең билдәһен ваҡыт һәм урын буйынса белдергән сифаттар. Ваҡытты белдереүсе сифаттар йыл миҙгелдәрен һәм тәүлектең конкрет ваҡытын күрһәтә. Миҫалдар: Ҡышҡы төн, йәйге көн, көҙгө бысраҡ, яҙғы буран, иртәнге толман, төшкө ямғыр, киске уйын, төнгө тынлыҡ, тирә-яҡтағы урмандар.

    Миҫалдар: Тәүге ҡар яуған көндәрҙең береһендә Ҡәнзәфәр  ағайҙарҙың бер һарығы юғалды (Б.Ноғоманов).

    Сифат менән рәүеш һүҙ төркөмдәре  араһында мәғәнә яҡынлығы тәбиғи күренеш, сөнки улар билдә төшөнсәһен белдерәләр: сифат предметтарҙың һәм әйберҙәрҙең билдәһен белдереп килһә, рәүеш эш-хәрәкәттәр билдәһен күрһәтә. Сифаттар һөйләмдә бик йыш рәүеш функцияһын үтәп йөрөйҙәр. Мәҫәлән: буш һауыт – буш тороу; дөрөҫ һүҙ – дөрөҫ тотоу; ҙур яҙыу – ҙур күтәреү; яҡшы кеше – яҡшы һөйләү.

    Әммә был һүҙ төркөмдәре үҙҙәренең семантик йөкмәткеһе менән дә, морфологик тәбиғәте һәм синтаксик функциялары яғынан уҡ айырылып тора, йәғни уларҙың һәр береһе үҙ аллы айырым бер һүҙ төркөмө һанала.

    Сифаттар үҙҙәренең лексик-грамматик һәм морфологик үҙенсәлектәренә ҡарап ике төргә бүленәләр: 1) төп сифаттар, 2) шартлы сифаттар.

    Төп сифаттар предметтарҙың, әйберҙәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың саф билдәләрен, йәғни үҙенә генә хас үҙенсәлектәрен туранан-тура, йәғни башҡа предметтарға мөнәсәбәтһеҙ белдерә. Шартлы сифаттар, киреһенсә, предметтарҙың, әйберҙәрҙең билдәләрен икенсе предметтарға бәйләнештә, мөнәсәбәттә сағылдыра. Мәҫәлән: әҙәби тел, актив кеше, йәйге көн, атлы кеше, үрге яҡ, рухи донъя, алтын сәғәт, таш ҡойма һ.б.

    Төп (саф) сифаттар менән шартлы сифаттар араһында түбәндәге айырмалар бар:

  7. төп сифаттарҙың дәрәжә формалары актив ҡулланыла, шартлы сифаттарҙың дәрәжә категорияһы юҡ;

  8. шартлы сифаттар һөйләмдә, нигеҙҙә рәүеш функцияһын үтәмәй, уларҙың ҡылым формалары яһалмай;

  9. шартлы сифаттар төп сифаттарҙан конкрет мөнәсәбәттәрҙебелдереү йәһәтенән айырыла. Төп сифаттарҙың антоним формалары киң ҡулланыла. Миҫалдар: алыҫ – яҡын, аңра – аҡыллы, асыҡ – ябыҡ, ауыр – еңел, бай – ярлы, кесе – оло, оло – йәш, тар – киң, бәләкәй – ҙур, ҡыҫҡа – оҙон, ҡалын – йоҡа, һай – тәрән.

     

    Сифат дәрәжәләре

    Төп сифаттар дәрәжә категорияһына эйә. Сифат дәрәжәләре билдәнең бер кимәлдән йә артығыраҡ, йә кәмерәк булыуын белдерә. Хәҙерге башҡорт телендә сифаттың дүрт дәрәжәһе бар:

  10. Төп дәрәжә.

    Сифаттың төп дәрәжәһе предметтарҙың, әйберҙәрҙең ғәҙәттәге тәбиғи билдәһен үҙгәрешһеҙ белдерә. Мәҫәлән: йоҡа, кесе, бәләкәй, матур, йәшел, оҙон, зәңгәр, һай, саф, нәҙек, иҫке, ваҡ.

  11. Сағыштырыу дәрәжәһе

    Сағыштырыу дәрәжәһе бер предмет билдәһен икенсе предметтағы билдә менән сағыштырыуҙы белдерә һәм был билдәнең икенсе предметта артығыраҡ һәм күберәк булыуын күрһәтә. Был дәрәжә төп сифаттарға –раҡ/-рәк аффикстары һәм уның фонетик варианттары ҡушылып яһала. Миҫалдар: ҡаты-раҡ, йәш-ерәк, оло-раҡ, вағ-ыраҡ, тиле-рәк, киң-ерәк, ҡоро-раҡ, көслө-рәк, ҙур-ыраҡ.

    Сағыштырыу дәрәжәһенең мәғәнәһе аналитик юл менән белдерелә. Мәҫәлән: Өфө Стәрлетамаҡтан ҙурыраҡ; китап дәфтәрҙән ҡалыныраҡ; Урал йылғаһы  Ағиҙелдән оҙонораҡ.

  12. Аҙһытыу дәрәжәһе

    Был дәрәжәнең мәғәнәһе теге йәки был билдәнең ғәҙәттәге кимәлдән әҙерәк булыуын белдерә. Был дәрәжә формалары  төп дәрәжәләге сифаттарға  -ҡылт/-келт, -ҡылтым/-келтем, -һыу/-һеү, -һыл/-һел, -ылтым/-елтем, -емтем аффикстары  һәм уларҙың фонетик варианттары ҡушылып яһала. Мәҫәлән: аҡһыл, йәшкелт, әскелтем, күгелйем, аҡһылт.

    Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, сифаттарҙың артыҡлыҡ һәм аҙһытыу дәрәжәләре формалары матур әҙәбиәттә эмоциональ көсәйтеүҙең төрлө мәғәнә төҫмөрлөктәрен белдереү өсөн актив ҡулланыла. Миҫалдар: -Их, бисәләр, бик матур бит  был донъя! Был магазинда күп ваҡыт иң кәрәкле аҙыҡ-түлек булмай.

    Төп дәрәжәләге сифаттар янына ғына, генә, ҡына, кенә киҫәксәләре ҡуйылып та яһала. Тағы –са/-сә ялғауҙары төп дәрәжә сифаттары аҙағына ҡушылып, аҙһытыу дәрәжәһе яһалырға  мөмкин. Мәҫәлән: оҙонса яңаҡ, һалҡынса ел, йылымыс һыу[3].

  13. Артыҡлыҡ дәрәжәһе

    Был дәрәжә формаһы теге йәки был билдәнең артығыраҡ, күберәк булыуын белдерә. Был дәрәжә күп һанлы киҫәксәләр ярҙамында  формалаша. Киҫәксәләр препозитив ҡулланылып, ғәҙәттә, сифаттың беренсе  ижегенең ҡабатланыуы һөҙөмтәһендә яһала: ап-аҡ, буп-буш, япа-яңғыҙ, ҡып-ҡыҙыл, ҡап-ҡара, һып-һыуыҡ, сөп-сөсө, әп-әсе.

    Артыҡлыҡ дәрәжәһе  мәғәнәһе төп дәрәжәләге сифаттар алдынан бик, бигерәк, ғәжәп, иң, ифрат, уғата, үтә һәм һүҙ төркөмдәренең ҡулланылыуы ярҙамында белдерелә: Иң һылыу, иң бейек, ифрат яҡшы, бик матур, ғәжәп аҡыллы, бигерәк ауыр, уғата ҡәнәғәт, үтә йүнһеҙ, үтә иҫәр.

    Морфологик планда сифаттарҙың дәрәжә категорияһының булыуы уны исем һүҙ төркөмөнән айыра, шулай ҙа, асылда, улар бер-береһенә яҡын һүҙ төркөмдәре. Шуға күрә сифаттың исем урынында, исемдең сифат функцияһында ҡулланылыуы тәбиғи. Мәҫәлән: сәсән, бай, батыр, һары, һаран, һылыу, ярлы, ялҡау, юртаҡ, бахыр, аҡ, ҡара, алйот, күк, ҡарт, оло, яуыз, өлкән, йылы. Был сифаттар йә бөтөндәй исемләшеп, йә ваҡытлыса исемләшеп исем функцияһында  актив ҡулланыла.

    Шул ваҡытта исемдәр ҙә һәм исемләшкән исем ҡылымдар ҙа сифат функцияһын  йыш үтәйҙәр. Мәҫәлән: иртә, сабыр, сырхау, йылмайыу, һөйөү, тимер, алтын, туған, һарҡыу, шырау, ярыҡ, ефәк, күрше, ҡаһарман, ялған, ҡурҡаҡ, ҡурҡыу.

    Миҫалдар: Аңра халыҡҡа аңҡау мулла ла ярай ул («Ағиҙел»). Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә күп эшләй. (Халыҡ мәҡәле). Ауырыуҙың хәле бик шәптән түгел ине (Ж.Кейекбаев). Әммә ихластар, бер ҡатлылар йыш ҡына өҙгөстәр йылғырҙар янында тинтәккә ҡала (Р. Солтангәрәев). Яуыз боҙоп ҡыуаныр, яҡшы төҙөп ҡыуаныр (Халыҡ мәҡәле). Ул ваҡыттағы осрашыуҙарҙың алтын минуттары һаман да иҫтән сыҡмай («Ағиҙел»).

    Сифаттарға күп мәғәнәлек хас, улар айырыусы күсерелгән мәғәнәлә йыш ҡулланыла. Мәҫәлән, киң, ҙур, ауыр, юғары. Сифаттар үҙенең  тура мәғәнәһенән тыш (киң баҫыу, ҙур йорт, ауыр көй, юғары урам) бик күп башҡа төр мәғәнәләр  белдереп йөрөйҙәр. Миҫалдар: ҙур байрам, ҙур кеше, ауыр ҡайғы, ауыр мәсьәлә, ауыр уй, ауыр һауа, юғары белем, юғары исем, юғары тауыш, киң күңел.

    Телмәрҙә шулай уҡ сифаттарҙың  синонимдары актив ҡулланыла. Миҫалдар: матур, гүзәл, сибәр, һылыу, күркәм, ҙур, оло, дәү.

    Шулай итеп, хәҙерге башҡорт телендә сифаттарҙың дүрт төрлө дәрәжәһе бар: бер предметтың билдәһе тулы дәрәжәһе, икенсеһенең тәүгеһенә ҡарағанда артығыраҡ, өсөнсөһөнөке, киреһенсә, беренсе предметтың шундай уҡ билдәһенән кәм, дүртенсеһенеке тулы билдәнән артыҡ булыуы сағыла.

     

 

[1] Сәйетбатталов F.F. Башҡорт теленең ябай hөйләм синтаксисы. – Өфө, 1998. – 147 б.

[2] Тикеев Д.С. Хәҙерге башҡорт теле. Ябай hөйләм синтаксисы. – Өфө, 2002. – 69-сы б.

[3] Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланfыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек/Ишбаев К.F, Ишбирҙин Э.Ф., Йосопов Х.F. h.б-Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.-400 б.