ИСЕМ

Исем һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр объектив ысынбарлыҡтағы ҡатмарлы социаль күренештәрҙе, хәл-ваҡиғаларҙы, кешеләрҙе (шәхестәрҙе) һәм тормоштағы башҡа йән эйәләрен, һәр төрлө әйберҙәрҙе, предметтарҙы һәм тәбиғәт күренештәрен белдерә.

Исемдәр шулай уҡ эш-хәрәкәттәрҙең, абстракт төшөнсәләрҙең, хис-тойғоларҙың һәм мөнәсәбәттәрҙең дә атамаһы булып йөрөй. Мәҫәлән: ямғыр, тау, һуғыш, кеше, мал, кейем, һыу, бал, баҡыр, мөхәббәт, йондоҙ, ҡурғаш,, өмөт, көмөш, төҙөлөш, азатлыҡ:, шатлыҡ, урман, тупраҡ, ҡом, балта, елән, тун, ағай, апай, ҡалаҡ, аҡыл һ.б.

Исемдәрҙең төп грамматик мәғәнәһе предметлыҡты белдереүгә ҡайтып ҡала.

Дөйөм лексик-грамматик мәғәнәһе менән предметлыҡ төшөнсәһен белдереүсе һүҙҙәр исем тип атала. Был төшөнсәгә тик конкрет предмет атамаһы рәүешендә йәшәгән исемдәр генә түгел, ә ҡартлыҡ, белем, яҙыу, йәшеллек һ. б. һымаҡ билдәне, процесты, торошто белдергән һүҙҙәр ҙә ҡарай.

Кешеләрҙе белдергән исемдәргә кем? һорауы, ә башҡа бөтә исемдәргә нимә? һорауы бирелә.

Исемдәрҙең төп грамматик категориялары түбәндәгеләр: 1) килеш категорияһы, 2) һан категорияһы, 3) эйәлек категорияһы, 4) хәбәрлек категорияһы, 5) билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы.

Исемдәр һөйләмдә бөтә синтаксик функцияларҙы үтәп йөрөй, йәғни эйә лә, хәбәр ҙә, эйәрсән киҫәктәр ҙә була ала. Шулай ҙа исем нигеҙҙә эйә һәм тултырыусы функцияһын үтәй.

Мәҫәлән:

Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ,

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ (халыҡ йырынан).

Был Һөйлөмдәрҙә тау, йән исемдәре"— эйә, Уралҡайҙан, Уралҡайҙы — тултырыусылар. Бүрек баҙарҙа һатылһа ла, ирек баҙарҙа һатылмаҫ (мәҡәл) һөйләмендә баҙарҙа исеме, урын-ваҡыт килеш ялғауы ҡабул итеп, урын хәле функцияһын башҡара.

Исемдәр башҡа һүҙ-төркөмдәре менән тығыҙ бәйләнешкә инә алалар: улар исемгә, ҡылымға, бик һирәк булһа ла, сифатҡа, рәүешкә эйәрә: тәҙрә ҡапҡасы, ағас карауат, еләк йыйыу, ҡағиҙәгә ярашлы, таш юл һ. б. Ләкин исемдәр сифатты ла, рәүеште лә, ҡайһы бер ҡылымды ла эйәртәләр: ҡараңғы тән, яҡты яҙмыш, социалистик ярыш, боронғоса тәртип.

Исем аша белдерелгән эштең, хәлдең, хәрәкәттең һәм билдәнең ҡылым менән сифаттан айырмаһы шунда: ҡылым менән белдерелгән эш-хәл, хәрәкәт һәр саҡ ниндәйҙер зат тарафынан билдәле бер ваҡыт эсендә башҡарыла: мин алып килдем, һин килтерҙең, Юлай алып китте. Исем аша аңлатылған эш-хәрәкәт һәм хәл башҡарыусы заттан да, замандан да башҡа бирелә, шуның һөҙөмтәһендә ул предметлашҡан була: ҡараш, көрәш, яҙмыш, көтөү һ. б. ' Сифат һәр саҡ предметты асыҡлап килә, билдәне белдереүсе төшөнсә предметлаша, абстракт исем хасил була: ҡыҙыл таң — таң ҡыҙыллығы, йәш кеше йәшлек.

УРТАҠЛЫҠ ҺӘМ ЯҢҒЫҘЛЫҠ   ИСЕМДӘР

Бөтә исемдәрҙе беренсе сиратта уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәргә бүлергә мөмкин.

Уртаҡлыҡ исемдәр күп һанлы предметтарҙың, әйберҙәрҙең, ваҡиғаларҙың, төшөнсәләрҙең уртаҡ исеме, дөйөмләштерелгән атамаһы булып йөрөй. Мәҫәлән, китап, өҫтәл тормоштағы бөтә өҫтәлдәрҙең, китаптарҙың атамаһы булып ҡулланыла. Күпселек уртаҡлыҡ исемдәр аңлатҡан предметтарҙы һанарға, конкрет иҫәбен күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән: биш кеше, алты ат, туғыҙ ултырғыс һ.б.

Уртаҡлыҡ, исемдәр аңлатҡан предметтар төҫө, формаһы, күләме һәм башҡа үҙенсәлектәре менән бер-береһенән айырылырға мөмкин. Шуға күрә уларҙы айырып атау өсөн шул үҙенсәлекте сағылдырыусы һүҙ менән бергә әйтергә була: алты мөйөшлө өй, бәләкәй, өй, ситтәге өй, урталағы өй, остағы өй; туры ат, саптар ат, кир ат, күк ат, ҡара туры ат һ. б.

Яңғыҙлыҡ исемдәр айырым бер яңғыҙ предметтың, кешенең, социаль тормоштағы һәм тәбиғәттәге күренештәрҙең исемен башҡа шундай уҡ предметтарҙан, кешеләрҙән, күренештәрҙән айырып атап йөрөтөү өсөн ҡулланылалар.

Яңғыҙлыҡ исемдәргә кеше исемдәре, уларҙың фамилиялары (Самат, Әли, Фәйрузә, Иҙрисов, Яҡупова, Ғәлим, Сәләм,), ер-һыу исемдәре (Урал, Ирәндек, Һаҡмар, Оло тау, Ағиҙел), административ-территориаль бүленеш, хужалыҡ тармаҡтары һәм төрлө предприятие, урам исемдәре (Рәсәй, Үзбәкстан, Башҡортостан, Үрге Һаҙ ауылы, "Октябрь" совхозы, "Алға" колхозы, Хоҙайбирҙин исемендәге Баймаҡ машиналар төҙөу заводы, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт филологияһы һәм журналистика, факультеты, Салауат ҡалаһы, Карл Маркс урамы), йәмәғәт һәм хөкүмәт ойошмалары, тарихи ваҡиғалар исемдәре (Сталинград һуғышы, Пугачев восстаниеһы, "Романтиктар" исемле йәш шағирҙар түңәрәге), матур әҙәбиәт, фәнни-популяр, ижтимағи-политик әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре исеме, газета-журнал һәм китап исемдәре ("Аҡбуҙат" операһы, "Ырғыҙ", "Арыш башағы", "Сәрмәсән яландарында" романдары, "Ҡарағол", "Айгөл иле" драмалары, "Башҡортостан" газетаһы, "Башҡортостан географияһы" дәреслеге, "Башҡортостан ҡыҙы" журналы Һ.б.), астрономик терминдар (Меркурий, Ай, Марс, Сулпан, Етегән) инә.

Хайуандарға бирелгән ҡушаматтар шулай уҡ яңғыҙлыҡ исемдәргә ҡарай. Мәҫәлән: Аҡбай, Муйнаҡ, Ерәнсәй һ.б.

Яңғыҙлыҡ исемдәргә йыр, көй исемдәре лә ҡарай. Мәҫәлән, "Урал" көйө — оҙон көй, "Ете ҡыҙ" — бейеү көйө.

Хәҙерге ваҡытта кеше исемдәрен ҡыҫҡартып әйтеү ҙә йыш осрай, был саҡта ҡыҫҡартылған нигеҙгә -ай, -и аффикстары ялғана: Ибраһим Ибрай, Исмәғил Исмай, Шәйхетдин Шәйхи, Хәйретдин Хәйри, Зәйнулла Зәйни, Сәйфетдин Сәйфи, Ниғмәтулла Ниғмәт, Бәҙретдин Бәҙри, Фазләхмәт Фазлый, Ғөбәйҙулла Ғөбәй.

Яңғыҙлыҡ исемдәр үҙҙәренең тематикаһы менән сикләнгән. Улар рәтенә кеше исемдәре, .фамилиялар, кешеләргә бирелгән ҡушаматтар, хайуандарға, бирелгән исемдәр, географик һәм адми-нистратив-территориаль бүлемдәрҙең, ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың атамалары, газета-журнал, әҙәби әҫәр, сәнғәт, тарихи ваҡиғаларҙың, ҡайһы бер астрономик есемдәрҙең һ. б. атамалары инә.

Мәҫәлдәрҙә яңғыҙлыҡ исем сифатында уртаҡлыҡ исемдәр ҙә ҡулланылырға мөмкин: Бер Тауыҡ бер Өйрәк менән бергә тороп, Бер ҡурала бергә ашап, бергә йөрөй... (М. Ғафури).

Яңғыҙлыҡ исемдәр, дөйөмләштереп ҡулланылғанда, күплек ялғауы ҡабул итә ала, шул арҡала ундай исемдәр айырым шәхесте, предметты сағылдырыуҙан туҡтай.

. Ҡараһаҡал ҡасҡан ҡаялар,

Батыршалар ятҡан урмандар,

Салаулттар кискән йылғалар... (Б. Бикбай).

Яңғыҙлыҡ исемдәр, бигерәк тә ер-һыу атамалары, күплек ялғауы ҡабул итергә мөмкин. Бындай саҡта ул исемдәр хис-тойғо биҙәге белдерәләр. Мәҫәлән: Ағиҙелкәйҙәргә һин төшөрһөң, ҡоластарың ташлап йөҙөрһөң. Ҡысҡырыр ҙа кәкүк, һайрар былбыл, Шул сағында нисек түҙерһең (халыҡ йырынан). Үткәүелкәйҙәрҙән үткән саҡта, Саҡсауылҡай башын төйҙөңмө?... (халыҡ йырынан).

 

СУБЪЕКТИВ БАҺАЛАУҘЫ   БЕЛДЕРЕҮСЕ ИСЕМДӘР

Башҡорт телендә лә, башҡа телдәрҙәге кеүек үк, хәл-ваҡиғаларға,, күренештәргә, шәхестәргә ҡарата субъектив баһаны белдереүсе исемдәр һәм формалар бар. Субъектив баһа кәмендә ике төрлө (ыңғай һәм кире) була. Ыңғай баһаны биреү өсөн башҡорт телендә -ҡай/-кәй, -ҡас/-кәс, -саҡ I-сәк ялғаулы һүҙҙәр һәм айырым лексемалар ҡулланыла. Мәҫәлән: ҡолонсаҡ (балаға ҡарата), бәғер, бауыр, күгәрсен, былбыл, йөрәккәйем һ. б.

Ыңғай баһалы исемдәргә батырлыҡ билдәһе булараҡ арыҫлан, бөркөт, шоңҡар, ыласын, арғымаҡ, толпар кеүек һүҙҙәр ҡарай. Кире баһалы исемдәргә ҡойҡа, сусҡа, төлкө кеүек атамалар инә. Ҡойҡа, сусҡа һүҙҙәрен һуҡраныу белдергәндә ҡулланалар, ә ҡуян ҡурҡаҡлыҡ мәғәнәһендә йөрөй; йылан, аждаһа, һөлөк кеүек атамалар ҡәтғи кире баһаны сағылдыра: Ҡыҙҙар толомонан үрә ҡамсыһын, һөлөк булып һура ҡандар тамсыһын... һары аждаһалар был иртәлә тәүге ҡорбандарын йоттолар... Өсөнсө яҙ, Эйәремдән төшмәй, Аждаһаға ҡаршы һуғышам... (М. Кәрим).

ЯРҘАМСЫ  ИСЕМДӘР

Теге йәки был исемдең урынға, башҡа предметҡа булған мөнәсәбәтен конкрет күрһәтеп килеүсе ярҙамсы исемдәр була. Мәҫәлән, өй арты тигәндә, урынға ҡарата мөнәсәбәт һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ундай ярҙамсы исемдәргә өҫт, аҫт, арт, ал, эс, төп, ян, буй, эргә һ. б. ҡарай. Был һүҙҙәр предметты белдергән һүҙҙәр янында 3-сө зат эйәлек ялғауы ҡабул итә: ер аҫты, ер өҫтө, өҫтәл арты, ишек алды, өй алды.

Ярҙамсы исем функцияһында башҡа һүҙҙәр ҙә ҡулланылырға мөмкин: тау башы, ағас осо, Урал аръяғы, йылға аръяғы, ағас араһы, өй эсе, төш уртаһы һ. б. Төрки телдәрҙең структураһына яраҡлы рәүештә ярҙамсы исемдәргә башҡа категорияларҙың да күрһәткестәре ҡушылып килә: өй алдындамын (хәбәрлек заты ялғауы), өй алдында (килеш ялғауҙары).

 

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ЕНЕС (РОД)] КАТЕГОРИЯҺЫ

 

Төрки телдәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, һинд-европа телдәрендәге енес (род) категорияһы юҡ. Кешеләрҙә һәм хайуандарҙа биологик енесте айырыу өсөн һәр конкрет осраҡта билдәле бер лексик сара ҡулланыла: ата инә, ул, малай ҡыҙ, егет ҡыҙ, ир ҡатын, бабай әбей, ағай апай, эне һеңле, һылыу, еҙнәеңгә, кейәүкилен, ҡайны ҡәйнә, ҡайны бейем, ҡәйнеш балдыҙ, үгеҙһыйыр, айғыр бейә; тәкәорғасы, үгеҙорғасы (быҙауҙарға ҡарата), әтәс тауыҡ һ. б.

Ир бала, ҡыҙ бала, ир кеше, ҡатын кеше, ата ҡаҙ, инә ҡаҙ, инә ҡуян, ата ҡуян, арлан-кәнтәй (эт) рәүешле исемдәрҙең үҙ-ара бәйләнеше менән дә биологик енес белдерелә.

Ғәрәп һәм рус телдәренән үҙләштерелгән яңғыҙлыҡ иҫемдәрҙә, башлыса, шул телдәрҙәге үҙенсәлек һаҡлана: Нәфис Нәфисә, Нафиҡ Нафиға, Рафиҡ Рафиға, Рәшит Рәшиҙә, Рәмил Рәмилә, Фәнил Фәнилә, Наил Наилә, Ғәлим Ғәлимә. Ғәрәп теленән үҙләштерелгән төрлө һәнәр, ижтимағи хәлдәрҙе сағылдырыусы иҫемдәрҙә лә енесте айырып була: шағир шағирә, мөғәллим мөғәллимә. Боронғо төрки теленән ҡалған исемдәрҙә лә бер ни тиклем енесте айырыу осраҡтары бар: бей — бейсә, бисә, бей бейкә, Утбикә; ҡоҙа ҡоҙаса һүҙҙәрендә лә енес айырмаһы бар. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән: артист — артистка, тракторист трактористка,, студент студентка, Вәлиев Вәлиева һ. б.

Фамилияларҙа рус телендәге биологик енес белдерелә: Солтанбаев Солтанбаева, Ҡарабаев Ҡарабаева, Туйгилдин Туйгилдина, Балапанов Балапанова, Ишҡолов Ишҡолова, Ҡалмантаев Ҡалмантаева, Азаматов Азаматова, һөйөндөков һө-йөндөкова, Бикбирҙин Бикбирҙина һ.б.

 

ИСЕМДӘРҘЕҢ ЛЕКСИК-СЕМАНТИК ТӨРКӨМСӘЛӘРЕ

 

Ысынбарлыҡтағы конкрет предмет төшөнсәһен аңлатып йөрөү менән бергә исемдәр төрлө күренеш, билдә, эш, хәл, хәрәкәт һәм башҡа мөнәсәбәт атамаларын белдерәләр. Шунан сығып, исемдәрҙе түбәндәге төркөмсәләргә бүлеп йөрөтәләр.

1. Конкрет предмет, әйбер, матдә, йән эйәләрен белдереүсе исемдәр: таш, парта, китап, дәфтәр, баҡыр, көмөш, кеше, хайуан, ҡуян һ. б.

2. Төрлө күренештәрҙе аңлатыусы исемдәр: төн, ҡараңғылыҡ, болот, йәшен, дауыл, ел, өйөрмә, күк һ. б.

  1. Төрлө сифат, билдә һәм башҡа үҙенсәлектәр атамалары: йәшеллек, ҡыҙыллыҡ, ирлек, һаранлыҡ, йомартлыҡ, яҡшылыҡ һ.б.

  2. < >ҙмәт, һөнәрҙе белдереүсе исемдәр: артист, моряк, студент, космонавт, уҡсы, хеҙмәткәр, комбайнсы, спортсы, йылҡысы, һауынсы.< >ҫәп, һан атамаһын белдергән исемдәр: өслөк, бишлек, унлыҡ, егерме бишлек, йөҙлөк.

    Төрлө эш-хәл, хәрәкәт, мөнәсәбәт атамаларын сағылдырыусы исемдәр: ашамлыҡ, яҙмыш, тормош, көтөү, барлыҡ, мөмкинлек, берҙәмлек һ. б.

     

    1. Конкрет мәғәнәле исемдәр

    Конкрет исемдәр реаль тормоштағы һаналыуы мөмкин булған, һиҙеү-тойоу һәм күреү органдары ярҙамында танылған төрлө предметтарҙы, әйберҙәрҙе, күренештәрҙе, кешеләрҙе һәм башҡа йән эйәләрен белдерәләр. Конкрет исемдәр алдына иҫәпте белдергән һүҙҙәрҙе һәм һандарҙы ҡуйырға була. Мәҫәлән: биш кеше, алты ат, ете дәфтәр һ.б.

    2. Абстракт мәғәнәле исемдәр Абстракт мәғәнәле исемдәр, конкрет мәғәнәле иҫемдәрҙән айырмалы рәүештә, дөйөмләштерелгән төшөнсәләрҙе, билдәләрҙең, хәрәкәттәрҙең атамаһын, фән һәм техника өлкәһендә ҡулланылған эш-хәрәкәт атамаларын һәм социаль-политик, идея йүнәлештәрен белдерәләр.

    Мәҫәлән: тыныслыҡ, сыҙамлыҡ, хәйләкәрлек, ышаныс, ҡайғы, үҫеш, үҙгәреш, һәнәр, выждан, рух, бәхет, батырлыҡ, нәфрәт, ирек, дан, аң, көрәш, еңеү, ҡурҡыныс, һөйөү, аң, белем һ.б.

    3. Матди исемдәр. Был төр исемдәр төрлө шыйыҡ һәм ҡуйы матдәләрҙең, минералдарҙың һәм металдарҙың, иген культураларының, аҙыҡ-түлек һәм материалдарҙың, әйберҙәрҙең атамаһы булып йөрөй.

    Матди исемдәр аңлатҡан предметтарҙы тик үлсәргә генә мөмкин, уларҙы һан яғынан иҫәпләп булмай.

    Миҫалдар: һыу, кәрәсин, бензин, нефть, терегөмөш, азот, водород, кислород, аҡһым, елем, етен, һуған, тәмәке, тимер, алтын, көмөш, арыш, бойҙай, сәй, йыуа, ҡуҙғалаҡ, шалҡан, тары, он, тоҙ, ҡом, шәкәр, ярма, ит, һөт, кофе, эзбиз һ.б.

    Матди исемдәрҙең грамматик үҙенсәлеге шунда: улар күплек формаһында ҡулланылһалар ҙа, күплек,ялғауы һан-иҫәп мәғәнәһен белдермәйенсә, бөтөнләй башҡа мәғәнә бирә. Мәҫәлән: ондар, иттәр, майҙар тибындағы күплек формалары ошо аҙыҡ-түлектең сорттарын, төрҙәрен йәки муллығын белдерәләр.

    Миҫалдар: Тайбә әбей тураған иттәрҙән уларға ла өлөш сығара ултырҙы (3.Бейешева).

    Бирерме ер ҡуйынын асып Тимерҙәрен, күмерҙәрен (Ғ.Рамазанов).

    4. Йыйнау исемдәре бер тәбиғәтле, бер йөкмәткеле предметтарҙың, әйберҙәрҙең йәки бер профессия кешеләренең бер коллективҡа, бер урынға йыйылыуҙарын, бер ерҙә эшләүҙәрен белдерә. Йыйнау исемдәре айырым бер һүҙ менән дә, -лыҡ, -лек, -лоҡ, -лөк аффикстары менән яһалған исемдәр менән дә бирелә. Парлы исемдәр ҙә йыйнау мәғәнәһен белдерәләр. Мәҫәлән: имәнлек, төркөм, көтөү, халыҡ:, йәмәғәт, уҫаҡлыҡ, мал-тыуар, ярлы-ябаға, ҡош-ҡорт, әбей-һәбей, туған-тыумаса һ.б.

    Исемдәрҙең йыйнау мәғәнәһе бик йыш контекст ярҙамында бирелә, йәғни исемдәр контекста берлек һанда тороп та күмәклекте, бер төркөм предметтарҙы белдерәләр, сөнки предметтың атамаһы һәр ваҡыт күп предметтарҙың дөйөмләштерелгән атамаһы була.

    5. Туғанлыҡ һәм ҡәрҙәшлек исемдәре

    Туғанлыҡ һәм ҡәрҙәшлекте белдергән исемдәргә нәҫелде, тоҡомдо аңлатҡан һәм никах буйынса ҡәрҙәшлекте аңлатҡан һүҙҙәр ҡарай. Мәҫәлән: атай, әсәй, апай, эне, мырҙа, һеңле, ҡарындаш, ҡусты, ейән, ейәнсәр, бүлә, ҡоҙа, ҡоҙаса, ҡоҙағый, ҡайнаға, ҡәйнеш, балдыҙ һ.б.

    Ҡәрҙәшлекте белдергән исемдәрҙең эйәлек формаһының күплеге ике төрлө мәғәнә белдерергә мөмкин: 1) ағайҙарым — минең бер туған ағайҙарым мәғәнәһен бирһә, ағайымдар — минең ағайым һәм уның менән бергә булған кешеләрҙе, мәҫәлән, уның ғаиләһен белдерә.

    6. Мал-тыуар һәм хайуан исемдәре

    Хәҙерге башҡорт телендә мал-тыуар һәм хайуан исемдәре шулай уҡ бик үҙенсәлекле. Беренсенән, мал-тыуар исемдәрендә род (енес) категорияһының сағылышы бар. Мәҫәлән: ҡонан ҡонажын, дүнән дүнәжен, ата ҡаҙинә ҡаҙ, арлан эт кәнтәй эт, үгеҙ быҙау орғасы быҙау, әтәс тауыҡ, айғыр бейә һ.б. Икенсенән, башҡорт телендә мал-тыуар исемдәре малдарҙың йәшенә, ҡасан тыуыуына ҡарап, бик күп төргә бүленәләр. Мәҫәлән, ҡолон, тай, ҡырҡмыш тай, дүнән, бейә, байтал, айғыр, ат, еген (екке) ат, сапҡыр ат, тыу бейә һ.б.; бәрәс, һарыҡ, шешәк һарыҡ, бәрән һарыҡ, бүлтерәк һарыҡ; быҙау, башмаҡ, тана, тыуса, тешәү һыйыр һ.б.

    7. Ярҙамлыҡ исемдәр. Ярҙамлыҡ исемдәр семантик яҡтан пространство һәм ваҡыт төшөнсәһе менән бәйләнгәндәр. Мәҫәлән, аҫ(ты) һәм өҫ(тө) исемдәре предметтарҙың һәм әйберҙәрҙең пространствола вертикаль һыҙыҡ буйынса өҫтә йә аҫта урынлашыуҙарын күрһәтәләр.

    Ярҙамлыҡ исемдәрҙең грамматик үҙенсәлеге шунда: улар күп осраҡта башҡа һүҙ төркөмдәренә эйәреп ҡулланылалар һәм был һүҙ төркөмдәре һәм ярҙамлыҡ исемдәр араһында эйәлек мөнәсәбәте барлыҡҡа килә. Мәҫәлән: күл өҫтө, яр аҫты, өй эргәһе, өй эсе, ишек алды., өй арты, һыу буйы.

    Ярҙамлыҡ исемдәргә -ҡы, -ке, -ҡо, -кө, -ғы, ге аффикстары ҡушылып сифат яһала. Мәҫәлән, аҫҡы ҡат, өҫкә ҡат, артҡы тәгәрмәс, алғы яҡ, эске бүлмә, төпкө яҡ.

    Ярҙамлыҡ исемдәргә аҫт (иҙән аҫты), өҫт (өҫтәл өҫтө), арт (өй арты), ал (ишек алды), ян (магазин янында), эргә (минең эргәлә), баш (март башында), аҙаҡ (йыл аҙағы), урта (күл уртаһы), ара (урман араһы), тыш (бишмәт тышы), эс (өй эсе), төп (күлдең төбө), буй (йылға буйы), итәк (тау итәге) һүҙҙәре ҡарай

    Аҡ ҡайын алдында.,

    Тап ҡояш янында

    Яңғыҙ ҡайын ята һарғайып (Р.Ниғмәти).

    Башҡорт телендә ҡайһы бер исемдәр махсус аффикстар ярҙамында һөйләүсе кешенең төрлө хис тойғоһон, уның субъектив ҡарашын, мөнәсәбәтен белдереп йөрөйҙәр.

    8. Эмоциональ (субъектив) баһа биреүҙе белдергән исемдәр иркәләү һәм кесерәйтеү, дөрөҫөрәге, эмоциональ баһа һәм субъектив мөнәсәбәтте белдереүсе аффикстар күп түгел. Улар түбәндәгеләр:

    -ҡай, -кәй аффикстары күберәк ҡәрҙәшлекте белдергән исемдәргә һәм ер-һыу исемдәренә ҡушылып, иркәләүҙе, ололау һәм хөрмәтләү тойғоһон белдерәләр.

    Мәҫәлән: ата-ҡай, әсә-кәй, бала-ҡай, Ағиҙел-кәй, Урал-ҡай, мал-ҡай һ.б.

    Ҡыҙың тиң иткән Алпамышаны

    Үҙ улыңдай итеп күрһәнә,

    Күрһәнә, атаҡайым, күрһәнә! ("Алпамыша").

    -ҡай, -кәй, -ҡас, -кәс аффикстары яңғыҙлыҡ исемдәргә, шул иҫәптән, кеше исемдәренә лә ҡушылып, иркәләп әйтеүҙе белдерәләр: Сәлимәкәй, Әминәкәй, Ғәлимәкәй, Бибиямал Бибикәс, Миңлебикә Миңкәс, Өмөкамал Өмөкәс.

    Был типтағы исемдәр йыш ҡына эйәлек аффикстары менән ҡулланылалар. Мәҫәлән, улыҡай-ым, киленкәй-ем. Миҫалдар:

    Улыҡайым, һыуға барып килсе! ("Аҡъял батыр" әкиәтенән).

    Иҫтәремдән сыҡмай Уралҡайым, Шишмәләре, сахра, туғайы (Халыҡ йыры).

    -ҡына, -кенә, -ғына, -генә аффикстары исемдәргә ҡушылып иркәләү, шулай уҡ йәлләү мәғәнәһен белдерә. Мәҫәлән, ул-ғына-һы, иген-генә-һе, ат-ҡына-йым, баш-ҡына-йым һ.б. Был аффикстар менән яһалған исемдәр зат ялғауһыҙ ҡулланылмай. Миҫалдар: Крәҫтиәндәрҙең ыҙаланып йыйған игенгенәһен һатып, шуға алған аҡсағынаһын фокусниктар шыма ғына үҙ кеҫәһенә шыуҙыра бара (Ғ.Дәүләтшин).

    Хан ҡыҙында өмөтөм юҡ,

    Ашҡынаһы миңә булһасы ("Алпамыша" әкиәтенән).

    -сат, -сәк, -сыҡ, -сек, -сол, -сәк, -са, -сә аффикстары исемдәргә ҡушылып кесерәйтеү мәғәнәһен бирәләр. Мәҫәлән, ҡала-сыҡ, мендәр-сек, төйөр-сә, ҡолон-саҡ, бөртөксә, булек-сә, йомғаҡ-са, таяҡ-са, тумәр-сә, майҙан-сыҡ, һыҙыҡ-са, япраҡ-са, төйөн-сөк һ.б.

    Был аффикстар шулай уҡ йыш ҡына һүҙ яһаусы аффикстар функцияһында киләләр. Мәҫәлән, атлыҡса, баҡырса, бармаҡса, бөйөрсә, күкрәксә, ҡыҙылса, муйынсаҡ, киҫәксә.

    -сыҡ аффиксы һәм уның башҡа фонетик варианттары нигеҙ ҡылымдарға ҡушылып конкрет пердметтарҙы аңлатҡан исемдәр яһайҙар. Миҫалдар: бөркәнсек, сырмалсыҡ, әйләнсек, өйрәнсек, ҡатлансыҡ, ҡабырсыҡ, бәйләнсек, ҡыпырсыҡ, йыйырсыҡ, төйөрсөк, уйынсыҡ.

    Һөйләү телендә -ҡаш, -кәш, -ҡас, -кәс аффикстары ла бар: һылыуҡас, эне-кәш, эне-кәс, һеңел-кәш, һеңел-кәс, килен-кәс, килен-кәш, ата-ҡас, һары-ҡас һ.б.

     

    ИСЕМДЕҢ ЭЙӘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

    Дөйөм тел ғилемендә эйәлек төшөнсәһе киң планда изафет термины менән йөрөтөлә. (Әйтергә кәрәк, үкенескә күрә изафет категорияһы хәҙерге көнгә тиклем башҡорт тел ғилемендә тикшерелмәгән категория булып ҡала. Ҡарағыҙ: Дмитриев Н.К. Категория принадлежности // Исследования по сравнительной грамматике тюркских языков. Т. 2. - М., 1956. С. 22-37.)

    Әгәр ҙә эйәлек категорияһында эйә булыусы, нигеҙҙә, зат алмаштары менән белдерелһә, изафет категорияһында эйә булыусы сифатында төрлө әйберҙәр, предметтар, күренештәрҙе аңлатҡан исемдәр килергә мөмкин. Аныҡлаусы исем менән аныҡланыусы исем араһындағы мөнәсәбәттәр күп төрлө булып, бер нисә формалағы һүҙбәйләнеш менән бирелә. Миҫалдар: муйыл ағасы, йүкә ағасы, ҡала баҡсаһы, тел белеме, ай башы, ауыл хужалығы, ҡояш нуры, бесән ваҡыты, итектең куне, көн буйы, йылға башы һ.б.

    Эйәлек категорияһы зат категорияһы менән тығыҙ бәйләнгән, йәғни шул предметтың, әйберҙең эйәһен, эш-хәрәкәттең башҡарыусыһын, бер кешенең икенсе кешегә ҡәрҙәшлек буйынса мөнәсәбәтен конкрет зат менән атап күрһәтә. Исемдең эйәлек категорияһы предметтар, әйберҙәр, хәл-хәрәкәттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе эйә булыу һәм эйә булыныу яғынан асыҡлай һәм эйә булынған предметтың, әйберҙең эйәһен конкретлаштырып күрһәтә. Мәҫәлән: китабым формаһы китаптың эйәһе беренсе зат булыуын белдереп, -ым эйәлек аффиксы менән формалашҡан, китабым эйәлек формаһының мәғәнәһен аналитик юл менән "минең китабым" һәм "минең китап" тип биреп була.

    Төрки телдәренең, шул иҫәптән башҡорт теленең үҙенсәлекле грамматик күренеш булған эйәлек категорияһының тәбиғәтен беренсе булып проф. Н.К.Дмитриев асып биргән. (Ҡарағыҙ: Дмитриев Н.К. Башҡорт теленең грамматикаһы. Өфө, 1950.)

    Хәҙерге башҡорт телендә исемдәрҙең эйәлек затының төп өс төрө бар: 1) морфологик төр; 2) морфологик-синтаксик төр; 3) синтаксик төр.

    1. Эйәлектең морфологик төрө исемдәргә тик аффикстар ҡушылып яһала. Был синтетик форма. Ул аффикстар түбәндәгеләр:

    Тартынҡы өндәргә бөткән исемдәргә ялғана торған аффикстар:

    Берлек

    I               зат -ым, -ем, -ом, -өм/ китаб-ым, дәфтәр-ем, ҡолон-ом,

    II              зат -ың, -ең, -оң, -өң/    китаб-ың, дәфтәр-ең, ҡолон-оң,

    III зат -ы, -е, -о, -ө/                 китаб-ы, дәфтәр-е, ҡолон-о,

    Күплек

    I               зат -ыбыҙ, -ебеҙ, -обоҙ, -өбөҙ/ китаб-ыбыҙ, дәфтәр-ебеҙ,

    ҡолон-обоҙ, көн-өбөҙ

    II              зат -ығыҙ, -егеҙ, -оғоҙ, -өгөҙ/ китаб-ығыҙ, дәфтәр-егеҙ,

    ҡолон-оғоҙ, көн-өгөҙ

    III             зат -ы, -е/  китаптар-ы, дәфтәрҙәр-е, ҡолондар-ы,

    көндәр-е

    Һуҙынҡы өндәргә бөткән исемдәргә ҡушыла торған аффикстар:

    Берлек

    I               зат -м / алма-м, кәмә-м, борғо-м, көҙгө-м

    II              зат -н, / алма-ң, кәмә-ң, борғо-ң, көҙгө-ң

    III             зат -һы, -һе, -һо, -һө / алма-һы, кәмә-һе, борғо-һо, көҙгө-һө

    Күплек

    I               зат -быҙ, -беҙ, -боҙ, -бөҙ /  алма-быҙ, кәмә-беҙ, борғо-боҙ

    II              зат -ғыҙ, -геҙ, -ғоҙ, -гөҙ / алма-ғыҙ, кәмә-геҙ, борғо-ғоҙ

    III             -ы, -е/ алма-лар-ы, кәмә-ләр-е, борғо-лар-ы

    Был таблицанан күренеүенсә, эйәлек аффикстары затты һәм һанды асыҡ күрһәтәләр.

    Эйәлектең морфологик төрөнөң эйә булыусыһы ла, эйә булыныусыһы ла күплектә һәм берлектә ҡулланыла алыу сәбәпле, улар логик-семантик яҡтан дүрт төрлө була:

  3. Эйә булыусы ла, эйә булыныусы ла берлек һанда тора. Мәҫәлән: китаб-ым, китаб-ың, алма-м, алма-ң, алма-һы.

  4. Эйә булыусы ла, эйә булыныусы ла күплек һанда килә: китаптар-ыбыҙ, китаптар-ығыҙ, китаптар-ы.

  5. Эйә булыусы берлек һанда, эйә булыныусы күплек һанда тора: китаптар-ым, китаптар-ың, китаптар-ы.

  6. Эйә булыусы күплек һанда, эйә булыныусы берлек һанда килә: китаб-ыбыҙ, китаб-ығыҙ, китаб-ы.

    2. Эйәлек мөнәсәбәтенең морфологик-синтаксик төрө, йәғни аналитик формаһы эйә булыусыны белдергән зат алмашынан һәм эйә булыныусыны белдергән зат алмашынан һәм эйә булыныусыны белдергән эйәлек аффикслы исемдән төҙөлә. Мәҫәлән, минең китаб-ым, һинең китабың, уның китаб-ы; беҙҙең алма-быҙ, һеҙҙең алма-ғыҙ, уларҙың алмалар-ы. Күренеүенсә, эйәлектең был төрөндә зат алмаштары эйәлек килеш аффиксын ҡабул итәләр, йәғни эйәлек мөнәсәбәте грамматик яҡтан икеләтә белдерелә.

    3. Эйәлек мөнәсәбәтенең өсөнсө төрө, йәғни синтаксик төрө, эйә булыусыны белдергән зат алмаштарының эйәлек килеше аффикслы һәм эйә булыныусы предметты белдергән исемдең аффиксһыҙ ҡулланылыуынан яһала. Мәҫәлән, минең китап, һинең китап, беҙҙең китап, һеҙҙең китап.

    Эйәлек мөнәсәбәтенең синтаксик төрөнөң 3-сө зат формаһы булмай.

    Үрҙә күрһәтелгән эйәлек төрҙәренән башҡа башҡорт телендә йәнә -ныҡы, -неке аффикстары менән килгән эйәлек формаһы бар. Мәҫәлән, минеке, һинеке, унынсы, үҙебеҙҙеке, Сафаныҡы, китаптыҡы.

    Эйәлек ялғауҙарын иҫемдәрҙән башҡа исем һүҙҙәр ҙә, ҡайһы бер ҡылым формалары ла ҡабул итә. Был саҡта улар исем һүҙ төркөмө вазифаһын үтәйҙәр һәм ваҡытлыса исемләшәләр. Мәҫәлән: һинең -ҡайтҡаныңды күрмәнем, һеҙҙең барыуығыҙҙы белмәгәндәр, аттарҙың яҡшыһын екһендәр, ҡайтҡаным бар, ҡайтҡаным юҡ.

    Эйәлек категорияһының ялғауҙарын башҡа һүҙ төркөмдәре лә ҡабул итә ала, ләкин эйәлек категорияһының тулы функцияһы исемдәрҙә генә асыла. Эйәлек ялғауҙары башҡа һүҙ төркөмдәренә ҡушылғанда, ул һүҙҙәр исемләшәләр: һылыу һылыуым, беренсе беренсеһе һ. б.  -

    ИСЕМДЕҢ ХӘБӘРЛЕК КАТЕГОРИЯНЫ

    1. Хәбәрлек категорияһының хәҙерге башҡорт телендә, асылда, морфологик һәм морфологик-синтаксик төрҙәре бар. Хәбәрлектең морфологик төрөндә хәбәрлек аффикстары исемдәргә һәм башҡа һүҙ төркөмдәренә мәжбүри рәүештә ҡушыла, сөнки улар һөйләмдә хәбәр функцияһын үтәгән саҡта ҡулланылалар. Мәҫәлән, һин үҙең тағы анау Асатай, Истебай ҡаҙаҡтар һымаҡ ялсы түгелһең, ә үҙ кешебеҙһең (К.Дәүләтшина). Килтерелгән миҫалда хәбәр функцияһында килгән кешебеҙ исем һүҙ төркөмө -һең хәбәрлек аффиксын ҡабул иткән.

    Хәбәрлек аффикстарының хәбәр функцияһын үтәгән исемдәргә һәм бүтән исем һүҙҙәргә ҡушылып ҡулланылыуы мотлаҡ, сөнки хәбәрлек аффикстарынан башҡа эйәнең заты белдерелмәй һәм һөйләм үҙенең төп вазифаһын, йәғни хәбәрлек вазифаһын үтәй алмай, йәғни һөйләм була алмай. Тимәк, эйәне һәм уның затын хәбәрлек аффикстары белдерә.

    Хәбәрлек матур әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында, бигерәк тә поэтик әҫәрҙәрҙә актив ҡулланыла. Миҫалдар:

    Батырмын тип кем әйтмәй,

    Яу килгәндә өнө юҡ;

    Сәсәнмен тип кем әйтмәй,

    Дау килгәндә өнө юҡ (ҡобайырҙан).

    Тәүге тәпәй баҫҡан тупраҡҡа

    Гүйә тамыр йәйгән имәнмен (С.Кулибай).

    Бик моңһоуһың, тиҙәр,

    Моңһоумын шул,

    Гүйә үҙем-үҙем түгелмен,

    Бер ҡараһаң — шаулы диңгеҙмен,

    Бер ҡараһаң — ағым Иҙелмен (Ғ.Рамазанов).

     

    Түбәндә хәбәрлектең зат һәм һан менән үҙгәреш схемаһы бирелә:

    Берлек

    1.Колхозсы-мын, эшсе-мен, ҡошсо-мон

    2.Колхозсы-һың, эшсе-һең, ҡошсо-һоң

    3.Колхозсы, эшсе, ҡошсо

    Күплек

    1.Колхозсы-быҙ, эшсе-беҙ, ҡошсо-боҙ

    2.Колхозсы-һығыҙ, эшсе-һегеҙ, ҡошсо-һоғоҙ

    З.Колхозсы(лар), эшсе(ләр), ҡошсо(лар).

    Таблицанан күренеүенсә, хәбәрлектең 3-сө зат формаһы башҡорт телендә, ҡайһы бер төрки телдәренән айырмалы рәүештә, хәбәрлек аффиксынан башҡа ҡулланыла. Башҡа төрки телдәрҙә исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы 3-сө затта, билдәле булғанса, -дыр һәм -ды аффикстары һәм уларҙың фонетик варианттары ярҙамында формалаша. Мәҫәлән, үзбәк: ишчи-дир (эшсе), балҡар: ишчи-ди (эшсе), гағауз: уша-к-тыр (бала), әзербайжан: устасы-дыр (оҫтаһы), нефтчи-дир (нефтсе), төркмән: авторы-дыр (авторы) һ.б.

    Хәбәрлектең 3-сө заты башҡорт теленең боронғораҡ үҫеш этабында шулай уҡ реаль морфологик форма булған һәм ул -дыр, -тыр аффиксы ярҙамында формалашҡан тип ҡарарға кәрәк. Боронғо яҙма ҡомартҡыларҙа, халыҡ ижады әҫәрҙәрендә, шәжәрәләрҙә һәм башҡа тарихи документтарҙа 3-сө зат хәбәрлек аффикстары ҡулланыла. Миҫалдар:

    һыу буйҙары тирәктер,

    Мөғлифә ҡыҙ зирәктер,

    Йөҙө нурлы, буйы зифа,

    Ундай ҡыҙҙар һирәктер (халыҡ йыры "Мөғлифә").

    Менгән атым күк буҙҙыр, Йәнлек атым — -ҡондоҙҙор, Көнөн-төнөн йоҡламайса Уйлағаным шул -ҡыҙҙыр (халыҡ йыры).

     

    2. Хәбәрлектең синтаксик-морфологик төрөндә, һөйләмдең эйәһе бирелгән хәлдә лә, уның исемдән һәм башҡа һүҙ төркөмдәренән килгән хәбәренә хәбәрлек аффикстары ялғана.

    Мәҫәлән, беҙ колхозсы-быҙ, һеҙ эшсе-һегеҙ, мин уҡытыу-сы-мын, һин шағир-һың һ.б.

    Хәбәрлек аффикстарының хәбәр функцияһын үтәгән һүҙ төркөмдәренә ҡушылыуы стиль талаптары, логик баҫым һәм башҡа мәғәнә төҫмөрлөктәре менән дә аңлатыла. Хәбәрлектең синтаксик-морфологик төрө бик актив ҡулланыла. Миҫалдар: Һин донъяла ошо ырыуҙың данын һүндермәй йәшәтергә тыуған бәһлеүәнһең.

    Беҙ бик татыу ҡыҙҙарбыҙ, Айырылмаҫ дуҫтарбыҙ (Ф.Ғүмәров).

    Мин был ауылдың урта хәлле крәҫтиәндәренең берәүһемен (Ғ.Дәүләтшин).

    Эстә дауыл, эстә ялҡын,

    Тыштан шундай тынысһың һин,

    Ҡороп ҡуйған граната һин,

    һурып алған ҡылысһың һин (М.Кәрим).

    Үрҙә әйтелгәнсә, хәбәрлек аффикстары исемдән башҡа һүҙ төркөмдәренә ҡушылып, уларҙың һөйләмдәге хәбәрлек функцияһын формалаштыра.

    Мәҫәлән, хәбәрлек аффикстары бик йыш сифаттарға ҡушылып, уларҙа билдә мәғәнәһен көсәйтәләр. Миҫалдар: Егеттәр, һеҙ гүйә, тере

    Салауат батырһығыҙ,

    Ә ҡыҙҙар, һеҙ, күҙ теймәһен,

    Шул тиклем матурһығыҙ (Н.Нәжми).

    Эй, тыуған ер! Һин балаларыңа ҡарата ниндәй йомартһың (Х.Ғиләжев).

    һин батырһың, байһың һәм матурһың, Башҡортостан тигән илгенәм! (Р.Янбулатова).

    Исемдәрҙең, сифаттарҙың хәбәрлек формаларының юҡлығы түгел модаль һүҙе менән яһала. Түгел һүҙе үҙе лә хәбәрлек ялғауҙарын ҡабул итә. Мәҫәлән: "Яңғыҙ ҡайын" ерҙәрен уңға ла, һулға ла таратырға мин ул тиклем үк йомарт түгелмен (М.Кәрим).

    Төрлө грамматик мәғәнә белдереп килгән аффикслы һүҙҙәр хәбәр функцияһында хәбәрлек аффикстарын ҡабул итәләр. Мәҫәлән, уны-ҡы-мын, һинеке-мен, ҡаланан-быҙ, беҙҙеке-һең, ауылда-һығыҙ, һеҙҙеке-беҙ һ.б. Әйтергә кәрәк, уларҙың хәбәрлек аффикстарын ҡабул итеүе продуктив түгел. Миҫалдар: Ул башҡа берәүҙеке лә булһын, ти, ләкин мин бит барыбер уныҡымын (М.Кәрим). һөйләмдә хәбәр функцияһында килгәндә, һандарға ла хәбәрлек аффикстары ялғанырға мөмкин. Мәҫәлән, илле-беҙ, бишенсе-беҙ, егермеләп-беҙ, алтышар-быҙ һ.б.

    һүҙҙәрҙең хәбәрлек формаһында баҫым хәбәрлек аффиксына төшмәйенсә, унан алдағы ижеккә төшә: һеҙ өсәүһегеҙ, беҙ иллебеҙ, һеҙ икәүһегеҙ, беҙ ауылдыҡыбыҙ, һеҙ ҡалананһығыҙ.

    Хәбәрлек ялғауҙары сығанаҡ һәм урын-ваҡыт килештәрҙә торған исемдәргә ҡушылып, эш-хәрәкәттең ниндәйҙер дәрәжәлә статикала булыуын, йәки уның теге йәки был предметтың һәр ваҡытта хас булған эшенә өйләнгәнен белдерә. Миҫалдар: Мин инде 68 йәш өҫтөндәмен, шулай ҙа эшләп йөрөйөм әле (Ф.Ғүмәров).

    — Нишләп шаяртып торайым, ти, әйттем бит, Мәскәүҙәнбеҙ тип (Д.Юлтый).

    Кәрәк, тейеш, мөмкин, түгел, юҡ, бар модаль һүҙҙәренә лә, ҡайһы бер ярҙамлыҡ һүҙҙәргә лә шулай уҡ бик йыш хәбәрлек аффикстары ялғана. Мәҫәлән: кәрәк-һең, түгел-мен, тейеш-һегеҙ, бар-һың, юҡ-мын. Миҫалдар: Беҙҙең милли политиканы һеҙ яҡшы белергә тейешһегеҙ (газетанан) Клубҡа йүгерҙек — унда юҡһың (С.Кулибай). — Бына нәмә, туған