ҠЫЛЫМ
Ҡылымдарҙы башҡа һүҙ төркөмдәренән уларҙың һүҙьяһалыш үҙенсәлектәре буйынса ла айырырға була. Мәҫәлән, -ла I -лә, -ай/-эй/ -й, -ылда/ -елдә, -олда/-өлдә аффикстары тик ҡылым яһауҙа ғына ҡатнашалар. Шунлыҡтан ошо аффикстар ярҙамында яһалған һүҙҙәрҙе һәр саҡта ла икеләнмәйенсә ҡылымдарға ҡаратырға була: дағала, олола, шартла; ҡартай, нәҙегәй, ҡарай; шарҡылда, сәпелдә, тоҡолда, гөжөлдә.
Ҡылым формаларының синтаксик функциялары ла күп төрлө. Ләкин затлы һәм затһыҙ ҡылым формаларының бөтәһенә лә хас төп синтаксик үҙенсәлек - ул һөйләмдең хәбәре булып йөрөү. Мәҫәлән: Кешеләр тегендә лә, бында ла күңелле кыскырыша, көлөшә (Н. Мусин). Шуның өсөн ағаларын алдан иҫкәртеп куймаҡ була (әкиәттән) һ. б.
Затһыҙ ҡылым формалары хәбәрҙән тыш һөйләмдең теләһә ниндәй башҡа киҫәге функцияһында ла йөрөй алалар. Мәҫәлән: Уға Петербургта һәм унан башҡа күп кенә ҡалалар һәм промышленность үҙәктәрендә, шул иҫәптән Өфөлә, йәшәргә (эйә) рөхсәт ителмәй («Совет Башҡортостаны»). Эшселәрҙең күкрәгенән сыккан (аныҡлаусы) революцион йыр Заһиттың йөрәген елкендерҙе (Я-Хамматов). Уларҙың Совет йыйылышына кешеләр йыйырға китеү зәренә (тултырыусы) ярты сәғәт тә үтмәне... (һ. Дәүләтшина). Эшләгән кеүек үк тырышып (хәл) уҡыны (Ә. Вахитов). Халыҡты еңергә мөмкин түгел (инфинитив-модаль һөйләмдең баш киҫәге) (һ. Дәүләтшина).
ҠЫЛЫМДЫҢ БАШЛАНҒЫС ФОРМАҺЫ
Эш, хәл, хәрәкәттең нейтраль мәғәнәһе башҡорт телендә, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, ҡылымдың тамыры (йәки нигеҙе) аша бирелә. Тамыр йәки нигеҙ ҡылымда процесс төшөнсәһе таҙа көйө, башҡа морфологик категорияларҙың мәғәнәләре менән буталмайынса белдерелә. Шуға күрә берәй эш, хәл, хәрәкәттең үҙен шул көйөнсә генә күрһәтергә кәрәк булғанда, тамыр (йәки нигеҙ) ҡылымды ҡулланалар. Ҡылымдың тамыры (нигеҙе) үҙендә бер ниндәй ҙә морфологик категориялар мәғәнәһен тотмай, йәғни һөйкәлеш, заман, зат, йүнәлеш, күләм, модаллек һ. б. категорияларҙы күрһәтә алмай. Тик барлыҡ һәм күсемлелек-күсемһеҙлек категориялары ғына ҡылымдың тамырына (лексик мәғәнәһенә) бәйле. Үҙенең структураһы буйынса тамыр (нигеҙ) ҡылым бойороҡ һөйкәлешенең берлектәге 2-се зат формаһына тап килә. Сағыштырығыҙ: бар — һин бар, яҙ — һин яҙ, эшлә — һин эшлә һ. б. Ҡылым системаһына хас булған бөтә морфологик категориялар ҡылымдың тамырына (нигеҙенә) тейешле аффикстар ҡушыу юлы менән яһалалар. Ошонан сығып, ҡылымдың тамыры (нигеҙе) башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙә ҡылымдың башланғыс формаһы тип йөрөтөлә. Шуға күрә бөтә лингвистик һүҙлектәрҙә лә процестың атамаһын белдергән исем ҡылым (барыу, яҙыу, эшләү) йәки процестың маҡсатын аңлатҡан инфинитив (барырға, яҙырға, эшләргә) түгел, ә үҙендә процестың нейтраль мәғәнәһен тотҡан ҡылымдың башланғыс формаһы (бар, яҙ, эшлә) алынырға тейеш.
ҮҘ АЛЛЫ ҺӘМ ЯРҘАМСЫ ҠЫЛЫМДАР
Башҡорт телендә ҡайһы бер ҡылымдар йыш ҡына үҙҙәренең төп лексик мәғәнәһенән тыш, өҫтәлмә мәғәнә ҡабул итеп, төрлө грамматик функциялар башҡарып йөрөйҙәр. Миҫалдарҙы сағыштырығыҙ: I. һин иртәгә өйҙә калаһың— Был ҡыҙҙарҙың халыҡ ижадын шундай юғары профессиональ кимәлдә бирә алыуына хайран ҡалаһың («Ағиҙел»). 2. Ул бөгөн йоҡонан иртә торғайны — Ҡыҙҙың бейеүгә оҫталығын Аҙнағол элек тә күрә торғайны (Р. Байымов). 3. Уҡытыусы уға яңы китаптар бирҙе—Стеналағы сәғәт кенә ваҡытты һанай бирҙе (Ә. Вахитов). 4. Улар кискә беҙҙә булалар — Мине артист тип йөрөткән булалар («Ағиҙел»).
Үҙҙәренең төп лексик мәғәнәһендә ҡулланылған ҡылымдар үҙ аллы ҡылымдар тип атала.
Төп лексик мәғәнәләренән тыш, өҫтәлмә мәғәнә ҡабул итеп, төрлө грамматик функциялар башҡарып йөрөгән ҡылымдар ярҙамсы ҡылымдар тип йөрөтөлә.
Ярҙамсы ҡылымдар үҙҙәренең функцияларына ҡарап дүрт төркөмгә бүленә:
- < >ушма ҡылымдар яһаусы ярҙамсы ҡылымдар: ит, бул, кил, күр, ҡат, бир, һал, сыҡ (сығар), ал, ас, һуҡ, ат, яҙ һ. б. Мәҫәлән: ял ит, һәләк ит, ғашиҡ бул, ығы-зығы кил, яҡын күр, сәләм бир, күҙ һал, ғауға сығар, иҫкә ал, күңел ас, сәскә ат.
һөйкәлеш һәм заман формалары яһаусы ярҙамсы ҡылымдар: ине, бул, тор. Мәҫәлән: бара ине, килә торған булған, ҡайтҡан булған, һөйләгән булһа, яҙа торғайны, бармаҡсы була, барһын ине.
-
Күләм формаларын яһаусы ярҙамсы ҡылымдар: бар, төш, шор, ят, бир, һал, башла, яҙ, ултыр, йөрө, кил, ебәр, ал, ташла, ет, сыҡ, кит, ҡуй, ҡара, бөт, күрһәт, маташ. Мәҫәлән: һөй-Л9й бир, әйтә һал, килә ята, ҡолай яҙҙы, уҡып ултыра, йәшәп ята, фашлап ебәр, барып, ҡара, эшләп бөт.
-
Модаллек формаларын яһаусы ярҙамсы ҡылымдар: ал, бул, Кал, кил, ит, тор, уйла. Мәҫәлән: бара ала, күреп була, ҡайтыр->ч була, күрге килә, әйтәһе булған, китергә итә, төҙөргә уйлай.
БАРЛЫҠ-ЮҠЛЫҠ КАТЕГОРИЯҺЫ
Эш-хәрәкәт, хәл-тороштоң процесс булараҡ реаль ысынбарлыҡта башҡарылыуына йәки башҡарылмауына ҡарап ҡылымдар барлыҡ һәм юҡлыҡ формаларында йөрөйҙәр. Барлыҡ категорияһының, бөтә ҡылымдарға уртаҡ булған форма яһаусы һәм үҙгәртеүсе аффикстарҙан башҡа, үҙенең махсус аффиксы юҡ. Юҡлыҡ категорияһы айырым -ма I -мә аффиксы менән белдерелә. Ғәҙәттә, ҡылымдың бөтә формалары ла юҡлыҡ аффикстары:ҡабул итә алалар: ал - ал-ма, бир — бир-мә, алды — ал-ма-ны, биргән — бир-мә-гән, алыусы — ал-ма-у-сы, биргәс — бир-мә-гәс һ. б. Был законлылыҡ тик айырым ҡылым формаларына гына ҡағылмай. Мәҫәлән, ҡайт-маҡсы, ҡайт-ышлай тибындағы ҡылымдар -ма/-мә аффиксы менән ҡулланыла алмай. Айырым осраҡтарҙа юҡлыҡ аффиксы, ҡайһы бер грамматик формаларҙың аффикстары менән берләшеп, ҡушма аффикстар составына инеп киткән. Мәҫәлән, киләсәк заман һәм инфинитив формаларының юҡлыҡ аффикстары шундайҙар иҫәбенә ҡарай: бар-ыр - бар-маҫ (<.ма-ҫ), кил-ер — кил-мәҫ (<мә-ҫ), бар-ырға — бар-маҫ-ҡа (<ма-ҫҡа), кил-ергә — кил-мәҫкә (<мә-ҫкә).
Юҡлыҡ аффиксы туранан-тура ҡылымдың башланғыс формаһына ҡушыла (сыҡ-ма, эҙлә-мә, моңай-ма). Ҡылымдың башланғыс формаһы менән юҡлыҡ аффиксы араһында тик йүнәлеш һәм күләм категориялары аффикстары ғына тора алалар (йыу-ын-ма, эшлә-ш-мә, ян-дыр-ма; бар-ғыла-ма, уҡы-штыр-ма-һаң), ә ҡалған грамматик категорияларҙың (һөйкәлеш һәм заман, төркөмсә, зат һәм һан) аффикстары юҡлыҡ аффиксынан һуң киләләр (әйт-мә-не-ң, әйт-мә-ү-е-нә, әйт-мә-гәс).
һирәкләп ҡайһы бер ҡылымдарҙың юҡлыҡ формалары түгел, юҡ модаль һүҙҙәре менән яһала ала: а) барырға - барырға түгел, барасаҡ - барасаҡ түгел, барыу - барыу түгел, барырлыҡ - барырлыҡ түгел; б) килгәне бар - килгәне юҡ, әйтәһем бар - әйтәһем юҡ.
КҮСЕМЛЕЛЕК-КҮСЕМҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ
Лексик мәғәнәләренә һәм грамматик функцияларына ҡарап ҡылымдар ике төркөмгә: күсемле һәм күсемһеҙ ҡылымдарға бүленәләр.
Күсемлелек-күсемһеҙлек категорияһының формаль күрһәткестәре юҡ.
Күсемле ҡылымдар лексик мәғәнәләре буйынса абстракт процесс төшөнсәһен аңлаталар, уларҙың мәғәнәләре грамматик функцияларында конкретлаша, йәғни берәй объектҡа төбәлгән була. Был объект төшөм килеш менән бирелгән тура тултырыусы формаһында сығыш яһай. Мәҫәлән: китап уҡы, уларҙы күр, докладты тыңла.
Күсемле ҡылымдарға түбәндәге лексик-семантик ҡылым төркөмдәре ҡарай: 1) актив эш башҡарыу ҡылымдары: ас, быс, сүке, тырмат; 2) үҙ-ара мөнәсәбәтте белдереүсе ҡылымдар: маҡта, ҡотла, һөй; 3) фекерләү ҡылымдары: дөрөҫлә, инҡар ит, уйла; 4) телмәр ҡылымдарының ҡайһы берҙәре: һөйлә, һора, уҡы һ. б.
Күсемһеҙ ҡылымдар лексик мәғәнәләре буйынса күсемле ҡылымдарға ҡарағанда конкретыраҡ. Ғәҙәттә, улар билдәле бер субъекттың хәрәкәтен һәм хәл-торошон аңлаталар, айырым объектҡа ҡарата ниндәй ҙә булһа мөнәсәбәт белдермәйҙәр; шунлыҡтан төшөм килештәге тура тултырыусы менән идара итә алмайҙар. Мәҫәлән: кил, мен, йәшә, ире.
Күсемһеҙ ҡылымдар түбәндәгеләр: 1) хәрәкәт ҡылымдары атла, йөҙ, йүгер, ҡайт; 2) физиологик хәл-торошто белдерер ҡылымдар: ауыры, йоҡла, үҫ; 3) психологик хәл-торошто аңлатҡан ҡылымдар: аптыра, күңеллән, ҡайғыр, шатлан; 4) тауыштарҙы белдереүсе ҡылымдар: зыйла, шарҡылда, сарҡылда һ. б.
Күсемле һәм күсемһеҙ ҡылымдар араһындағы сик һәр саҡта ла даими түгел. Ҡайһы бер йүнәлеш аффикстары ҡабул иткәндә, ҡылымдарҙың күсемлелек-күсемһеҙлек билдәләре үҙгәрергә лә мөмкин. Мәҫәлән, күсемһеҙ ҡылымдар йөкмәтеү йүнәлеше аффикстары менән ҡулланылғанда кусемлелек билдәләре ҡабул итәләр (атлат, йоҡлат, аптырат, шартылдат); киреһенсә, күсемле ҡылымдар ҡайтым һәм төшөм йүнәлештәре аффикстары менән ҡулланыл ғанда үҙҙәренең күсемлелек билдәләрен юғалталар (ас-ын, ас-ып, маҡта-н, маҡта-л, уйла-н). I
ЗАТ ҺӘМ ҺАН КАТЕГОРИЯЛАРЫ
Процестың һөйләшеүҙә ҡайнашыусыларға мөнәсәбәтен белдереүҙе зат категорияһы тип йөрөтәләр. Зат формалары процестың һөйләүсегә (1-се зат), һөйләнеүҙә ҡатнашыусыға (2-се зат) йәки һөйләшеүҙә ҡатнашмаусы бер затҡа йә предметҡа (3-сө зат) ҡарағанлығын аңлаталар.
Зат категорияһы айырым аффикстар менән белдерелә. Мәҫәлән: (мин) һөйләй-ем, (һин) һөйләй-һең...
Ҡылымдарҙың зат категорияһы туранан-тура һан категорияһы менән бәйләнгән. Һан категорияһы процестың бер генә затҡа (предметҡа) йәки бер нисә затҡа (предметҡа) мөнәсәбәтен белдер. Ошоларҙан сығып, зат менән үҙгәреүсе ҡылымдар берлек һәм күплек формаларында тора алалар: мин яҙам — беҙ яҙабыҙ.
Зат һәм һан категориялары бер үк аффикстар менән белдереләлер. Был аффикстар, нигеҙҙә, грамматик функция башҡаралар, йәғни ҡылымдарҙың һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр составыңан башҡа һүҙҙәргә булған синтаксик мөнәсәбәттәрен күрһәтеп йөрөйҙәр.
Башҡорт телендә зат һәм һан аффикстары ҡайһы һөйкәлеш һәм заман формалары менән ҡулланылыуҙарына ҡарап дүрт төрҙә килә алалар. Уларҙың беренсе төрө хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге, киләсәк һәм -ған аффикслы үткән заман формаларына, шулай уҡ ниәт-маҡсат һөйкәлешенең -максы I-мәксе формаһына ҡушылып йөрөйҙәр:
Берлектә Күплектә
1-се зат -мын I-мен, -мон I -мөн, -м -быҙ!-беҙ, -боҙ I -бөҙ
2-се зат -һың! -һең, -һоң/-һөң -һығыҙ I -һегеҙ, -һоғоҙ!-һөгөҙ
3-сө зат — -лар!-ләр, -тар I-тәр,
-ҙар I -ҙәр, -дар I -дәр.
Мәҫәлән: 1) килә-м, килә-беҙ, килә-һең, килә-һегеҙ, килә, килә-ләр; 2) киләсәк-мен, киләсәк-беҙ, киләсәк-һең, киләсәк-һегеҙ, килә-сәк, киләсәк-тәр; 3) килер-мен, килер-беҙ, килер-һең, килер-һегеҙ, килер, килер-ҙәр; 4) килгән-мен, килгән-беҙ, килгән-һең, килгән-һегеҙ, килгән, килгән-дәр; 5) килмәксе-мен, килмәксе-беҙ, килмәксе-һең, килмәксе-һегеҙ, килмәксе, килмәксе-ләр.
Зат һәм һан аффикстарының икенсе төрә хәбәр һөйкәлешенең үткән заман формаларына һәм шарт һөйкәлешенә ялғанып йөрөй:
Мәҫәлән: 1) ҡайтты-м, ҡайтты-ҡ, ҡайтты-ң, ҡайтты-ғыҙ, ҡайтты, ҡайтты-лар; 2) ҡайтҡайны-м, ҡайтҡайны-ҡ, ҡайтҡай-ны-ң, ҡайтҡайны-ғыҙ, ҡайтҡайны, ҡайтҡайны-лар; 3) ҡайтһа-м, ҡайтһа-ҡ, ҡайтһа-ң, ҡайтһа-ғыҙ, ҡайтһа, ҡайтһа-алар.
Зат һәм һан аффикстарының өсөнсө төрө бойороҡ һәм теләк-өндәү һөйкәлештәре ҡылымдарына ҡушылып килә:
Мәҫәлән: бар-айым, бар-айыҡ, бар, бар-ығыҙ, бар-һын, бар-һындар.
Зат һәм һан аффикстарының дүртенсе төрә теләк-өндәү һөйкәлешенең -ғы/-ге һәм -аһы -әһе аффикслы формаларына ҡушылып йөрөй, был төр аффикстар исемдәрҙең эйәлек категорияһы аффикстарына тап килә:
Берлектә Күплектә
1-се зат -м -быҙI-беҙ, -боҙ!-бөҙ
2-се зат -ң -ғыҙ I-геҙ, -ғоҙ I-гөҙ
3-сө зат -һы!-һе, -һоI-һө -лары/-ләре
Мәҫәлән: 1) күрге-м килә, күрге-беҙ килә, күрге-ң килә, күрге-геҙ килә, күрге-һе килә, күрге-ләре килә; 2) йөрөйһө-м килә, йөрөйһөбөҙ килә, йөрөйһө-ң килә, йөрөйһө-гөҙ килә, йөрөйһө-ләре килә.
Зат һәм һан аффикстары, үҙҙәренең төп мәғәнәләренән тыш, телмәрҙә төрлө стилистик функциялар ҙа башҡарып йөрөй алалар.
|